21 дек. 2011 г.

Муса Мортазиндың тыуыуына 120 йыл

Азатлыҡ өсөн көрәшкән халыҡ улы
Башҡорт халҡының бөйөк улы, Граждандар һуғышы ҡаһарманы, полководец Муса Лотфулла улы Мортазиндың тыуыуына 2011 йылдың 21 декабрендә 120 йыл тула.

Ул кесе йәштән үҙенең тышҡы ҡиәфәте менән башҡа тиңдәштәренән ҡырҡа айырылып торған. Алпамышалай буй-һын, көрәшселәргә генә хас булған киң күкрәк, мускуллы беләктәр; етеҙ, ышаныслы ҡыйыу хәрәкәт һәм ғәйрәтле ҡара-һоронҡо йөҙө, киң маңлайы, аҡыллы ҡоңғорт күҙҙәре, ҡуйы ҡара шырт мыйыҡтары тәү күргән бөтә кешене лә үҙенә тиҙ йәлеп иткән.

Осрашыуҙар

«Беҙ үҙебеҙ – баймаҡтар»
Өфө ҡалаһында йәшәүсе яҡташтар һәм студенттар менән осрашыу булды
Баймаҡ – республикабыҙға күп шәхестәр биреүсе төбәк. Баш ҡалала бихисап яҡташтарыбыҙ төпләнгән. Өфө  студенттары араһында ла нәҡ беҙҙең ҡыҙ-егеттәр күберәк. Юҡҡа ғына, Өфөлә өс милләт йәшәй, береһе – урыҫ, икенсеһе – татар, өсөнсөһө – баймаҡтар, тип көлмәйҙәр. Йә күкрәктәре күгәреп бөткән, тип төрттөрәләр.  Ә әсе телдәр “Баймаҡтар – башҡорттарҙың йәһүде”, – тип тә ысҡындыра.

Күкрәк ҡағып маҡтанырға хаҡыбыҙ бар – ҡайһы ғына өлкәне алып ҡарама, баймаҡтар бар яҡтан да өлгөр.
Яҡташтарыбыҙ берҙәмлеге менән дә башҡаларға өлгө. Быны ошо көндәрҙә Өфөнөң Конгресс-холында үткән осрашыу асыҡ дәлилләне. Баймаҡ районы делегацияһы Өфөләге яҡташтар, студенттар менән осрашты. Был сараны ойоштороуға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе И.А. Тажетдинов, район етәкселеге күп көс һалған.

Осрашыуға Өфө ҡалаһында йәшәүсе Баймаҡ районының билдәле  шәхестәре килде  – төрлө кимәлдәге етәкселәр, ғалимдар, яҙыусылар, эшҡыуарҙар, педагогтар һәм врачтар, сәнғәт әһелдәре һ.б. йыйылды. Бер залда ғына элекке өс мәғариф министры булыуы күпте һөйләй.

Инвесторҙар йәлеп ителә
Осрашыуҙың пленар өлөшөндә муниципаль район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов барыһын да ихлас сәләмләп, Баймаҡтың бөгөнгө социаль-иҡтисади хәле, яңы үҫеш аҙымдары хаҡында һөйләне: 
– “2011-2015 йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш  төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһына” ярашлы районда яңы проекттар тормошҡа ашырыла. Инвестор “Силәбе компрессор заводы” ЯАЙ-һы  ярҙамында ҡалала  ит эшкәртеү комбинаты эшләй башланы. Бөгөн унда 30 эшсе иҫәпләнә, тағы ла 84 кеше йәлеп ителәсәк. Продукция магазин кәштәләренә сығарылды. Комбинатта колбасанан тыш, башҡа ит деликатестары ла етештереләсәк. Ә иң мөһиме ­­– урындағы халыҡтың ит йәки малын сит төбәк эшҡыуарҙарына осһоҙға һатҡансы, комбинатҡа яҡшы хаҡҡа тапшырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Әйткәндәй, Магнитогорск, Учалы ҡалалары магазиндарында  комбинат продукцияһы тәҡдим ителә. Яҡын арала ул Өфөнөң сауҙа нөктәләрендә күренә башлаясаҡ.
Илшат Ситдыҡов тиҙҙән Темәс ауылында заманса һөт эшкәртеү заводы төҙөләсәге хаҡында ла хәбәр итте. Ул бер сменала 70 тонна һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә буласаҡ, бөтәһе 29 кеше эш менән тәьмин ителәсәк, тине.
– Тағы ла бер мөһим инвестиция проекты хаҡында әйтеп китмәү мөмкин түгел. Аҙыҡ-түлек һәм медицина сәнәғәтендә ҡулланыу өсөн ағастан ксилит сығарыу, гидролиз заводы төҙөү планлаштырыла. Бындай предприятие Рәсәйҙә юҡ, – тине Илшат Хәмит улы. – Семеновск алтын йыуыу фабрикаһы проблемаһы күптән хәл ителмәй килә ине. Һәм, ниһайәт, республика етәкселеге ярҙамы менән, “Семеновск руднигы” ЯСЙ-һы фабриканың техноген ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә лицензия алды. Киләсәктә яңы тау-байыҡтырыу предприятиеһын төҙөп, алтын сульфиды ятҡылыҡтарын комплекслы үҙләштереү планлаштырыла. Бында 400-гә яҡын кешегә эш урыны буласаҡ.
Район башлығы Күлтабан ауылында мегаферма һәм “Талҡаҫ” шифаханаһындағы төҙөлөш объекттарының эше тамамланып барыуын билдәләне.  Ул  ауыл хужалығы темаһына айырым туҡталды:
– Үткән быуаттың 70-80-се йылдарында был өлкәлә алдынғы була торғайныҡ. Мәҫәлән, 1986 йылдарҙа дәүләткә 176 мең тонна иген тапшырғанбыҙ. Ә хәҙер ул замандағы позицияларыбыҙҙы юғалтҡанбыҙ. Ошо проблеманы күтәреп, республика етәкселеге менән һөйләшкәс, райондың  ауыл хужалығы тармағын  үҫтереү буйынса пилот проекты әҙерләнә башланы. Ул беҙгә яңы мөмкинлектәр асыр, ауыл хужалығын яңы кимәлгә күтәрер, тип ышанабыҙ.


«Районға ҡайтыусы йәштәргә эш буласаҡ»
Илшат Хәмит улы йәш ғаиләләргә күрһәтелгән социаль ярҙам хаҡында һөйләгәс, студенттарға мөрәжәғәт итте:
– Районға квалификациялы белгестәр етешмәй. Мәҫәлән, былтыр Башҡорт дәүләт аграр университетын 55 яҡташ студент тамамлаһа, шуларҙың 5-һе генә районға эшкә ҡайтҡан. Әгәр ҙә хәлдәр ошолай дауам итһә, ауыл хужалығында эшсе ҡулдар етешмәй башлаясаҡ.
Билдәле булыуынса, үҙ төбәгенә эшкә ҡайтыусы ауыл хужалығы белгесенә, дәүләт программаһы буйынса, бер тапҡыр 100 мең һум бирелә һәм ай һайын уның эш хаҡына 7 мең һум аҡса өҫтәлә.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ете врач-педиатр, дүрт терапевт, хирург, иммунолог, аллерголог, дерматолог, уролог, стоматолог, травматологтар кәрәк.  Бөгөн беҙҙә физика, химия, математика уҡытыусылары етешмәй. Иҫәндә ял итеү комплексы асылғас, туризм буйынса белгестәр, тренер-инструкторҙар кәрәк.
Агросәнәғәт өлкәһенә агрономдар, зоотехниктар, ветврачтар, бухгалтерҙар, иҡтисадсылар талап ителә. Быларҙы мин юҡҡа әйтмәнем. Районға ҡайтыусы йәштәргә эш урыны һәм лайыҡлы эш хаҡы буласаҡ. 
Район башлығы сығышын тамамлап, студенттарға хәҙерҙән үк киләсәктәрен ҡайғыртып, үҙҙәре өҫтөндә ныҡлап эшләүен теләп, уларға ҙур өмөт бағлауын белдерҙе.

«Йөрәгебеҙ һәр саҡ Баймаҡта»
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты  рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың тәрбиәүи әһәмиәткә эйә сығышы фәһемле булды. “Теленән, тыуған еренән баш тартҡан кеше хыянатсыға тиң”, – тине ул.  Хаҡ һүҙҙәр. 
БР буйынса Ер аҫтын файҙаланыу идаралығы начальнигы Рәсих Хәмитов район тарихына күҙ һалып, уның ерендә булған файҙалы ҡаҙылмалар хаҡында һөйләне. Шуларҙы эшкәртеү перспективаларына туҡталды. Артабан фән өлкәһендә уңышҡа  өлгәшкән студенттарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Өфөлә йәшәүсе ветерандар исеменән Маһинур Үтәбаева сығыш яһаны. Ул үҙен “Баймаҡ районының тиңдәше” тип һанай, баҡтиһәң, уның тыуған йылы райондың барлыҡҡа килгән ваҡытына тап килә икән.  Маһинур Мөхлис ҡыҙы йәшлек хәтирәләре менән уртаҡлашҡас, студенттарға теләктәрен еткерҙе.
Сарала республика һәм ил мәнфәғәте өсөн тир түккән сағыу шәхестәр иҫкә алынды. 24 йыл буйына БАССР-ҙың Министрҙар Советын етәкләгән Зекериә Аҡназаров, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Рамаҙан Өмөтбаев,  БАССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Вазифа Байтурина, БИРО директоры Рәфҡәт Абдуллин, филология фәндәре докторы Салауат Ғәлин, яҙыусы Аҫылғужа Баһуманов, композитор Хөсәйен Әхмәтов һ.б. тыуған еренән ситтә йәшәһә лә, күңелдәре һәр саҡ Баймаҡта булды. Ысын илһөйәрҙәр ине, тинеләр улар хаҡында.

Йырламай түҙеп ҡара!
Баймаҡтар йыйылған ерҙә йыр-моңһоҙ буламы ни инде?!
Пленар өлөштән һуң бай йөкмәткеле концерт ойошторолдо. Уны “Сәләм” иртәнге телевизион тапшырыуының алып барыусыһы Наил Юнысов менән М.Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт драма театры артисы Сара Буранбаева башлап ебәрҙе. “Өфө баймаҡтары” һәм Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге артистары  барыһына ла күңелле минуттар бүләк итте.  Алһыу Бәхтиева, Азамат Тимеров, Баймаҡ кейәүе Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Бибисара Азаматова, Фәнүр һәм Фәттәх Аралбаевтар, Хәбир Раев, Рауил Харрасовтар менән бер рәттән йәш йырсылар ҙа сығыш яһаны.
Осрашыу бик йәнле барҙы. Барыһы ла яҡын туғандай аралашты, бер ғәм менән янды. Яҡташтар янында бер миҙгелгә булһа ла үҙебеҙҙе тыуған еребеҙҙә булғандай итеп тойҙоҡ. 

Тыуған яҡтан – күстәнәс
Район етәкселәре буш ҡул менән килмәгәйне, 600-ҙән ашыу Баймаҡ студентына матди ярҙам күрһәтелде. Яңыраҡ эшләй башлаған Баймаҡ ит эшкәртеү комбинаты продукцияһы – икешәр килограмм колбаса һәр кем өлөшөнә эләкте.
Үкенескә күрә, студенттар осрашыуға көтөлгәндән әҙерәк килде. Район башлығына һорау биреү мөмкинлеге менән берәү ҙә файҙаланманы. Бары тик бер үтенес яңғыраны. Алыҫ араны яҡынайтып килгән район вәкилдәренә, абруйлы яҡташ шәхестәргә йәштәр битараф булғандай тойолдо, ниндәйҙер һүлпәнлек, баҙнатһыҙлыҡ күҙгә ташланды. 
Студенттар БДУ-ның ашханаһында матур табын артында байрамды дауам итте. Ҡыҙҙар һәм егеттәр тыуған яҡтан килгән һыйҙан ауыҙ иткәс, бейергә төштө. Ә хәҙер һүҙҙе уларға бирәйек:

Әлмира ТИМЕРБУЛАТОВА, БДУ, 1-се курс:

–    Баймаҡ йәштәре өсөн осрашыу була тигәс, түҙемһеҙлек менән ошо көндө көткәйнем. Өмөттәрем аҡланды, бик фәһемле сара булды. Пленар өлөштә төрлө фекерҙәр яңғыраны, үҙем өсөн һығымталар яһаным.

Айҙар ҒҮМӘРОВ, БДМУ студенты:

–    Яҡташтар менән күрешеү-аралашыу минең өсөн мәртәбәле булды. Район етәкселегенең беҙгә өмөт бағлауы ҙур яуаплылыҡ өҫтәне, дәрт уятты. 

Рәзилә ИСХАҠОВА, БДМУ студенты:

–    Бик шатмын! Үҙемдең нәҡ ошо райондан булыуыма ғорурландым. Был кисә барыбыҙҙы ла берләштерҙе. Район хакимиәтенә ошондай байрам, күстәнәстәр өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Сәбилә Сөләймәнова, педагогия фәндәре кандидаты, 1985-1988 йылдарҙа БАССР халыҡ мәғарифы министры:

–    Бындай кимәлдәге сара күптән үткәрелгәне юҡ ине. Сығыштар бик йөкмәткеле булды, бигерәк тә район башлығы Илшат Хәмит улы төбәктең һулышы хаҡында ентекле һөйләне. Беҙ, Өфөлә йәшәүсе баймаҡтар, райондың ҡаҙаныштары һәм проблемалары хаҡында яҡындан белдек. Ғөмүмән алғанда, бик мөһим, кәрәкле осрашыу. Ул туҡтап ҡалмаһын, йыл һайын үткәрелһен ине, тигән теләктә ҡалам. Ойоштороусыларға сикһеҙ рәхмәтлемен.

Фирғәт БАЙРАМҒОЛОВ, Республика перинаталь үҙәгенең баш врачы, медицина фәндәре кандидаты, Яҡташтар берлеге етәксеһе:

–    Бөгөн Өфөләге өс йөҙгә яҡын учреждение-ойошмала Баймаҡ районында тыуып үҫкән шәхестәр эшләй. Беҙҙең Совет планға ярашлы эш алып бара. Беренсе курс студенттарын сәләмләү, төрлө спорт ярыштары, “Баймаҡ һылыуҡайы”, һабантуй кеүек саралар матур традицияға әүерелде.
Бындай осрашыуҙар студенттарға тик ыңғай йоғонто яһай. Улар юғары уҡыу йортон тамамлағас, тыуған яҡҡа эшкә ҡайтып, районға тик файҙа килтерһен ине.

Таңсулпан Ғарипова, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы-драматург:

–     Сараны урынлы һәм ваҡытлы, тип иҫәпләйем.  Докладтарҙы тыңлағанда берсә ҡыуанып, берсә һыҙланып ултырҙым. Баймаҡ – флагман район. Ул үҙенең бәҫен лайыҡлы һаҡлаһын ине. Уның киләсәге – бөгөнгө студенттар ҡулында. Ошо осрашыу уларға дәрт бирер, йәштәр тыуған район мәнфәғәтенә ең һыҙғанып эшкә керешер, тигән ышаныс бар.
Самолет үҙенә күпме яғыулыҡ ала, шул тиклем һауала оҙағыраҡ оса. Йәштәргә теләгем – күберәк белем туплағыҙ. Шул саҡта алдығыҙҙа күп мөмкинлектәр асылыр. Ғүмерегеҙҙе сифатлы үткәрергә тырышығыҙ, уңышһыҙлыҡтарҙан, хаталарҙан ҡурҡмай, ҙур-ҙур аҙымдар менән тик алға атлағыҙ.

Элек-электән  үк Баймаҡ студенттары яҡташтар иғтибарынан ситтә ҡалмай. Үҙем дә, университет эскәмйәһендә ултырған саҡта, Баймаҡ етәкселәре хәстәрен йыш татыным. Улар әле матди ярҙам, әле ылау ойошторорҙар ине. Ә Өфөләгә яҡташ олпат ағай-апайҙар бер ҡасан да кәңәшенән өҙмәй. Тыуған йорттан алыҫ саҡта ышаныслы терәгең булыу – ул үҙе бер бәхет.
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.
Өфө ҡалаһы.

Һорау—яуап

Хеҙмәт кенәгәһен бирмәһәләр...
“Эштән киткәндән һуң етәксе хеҙмәт кенәгәһен бирмәһә ни эшләргә?
М. Баймаҡ ҡалаһы”

Һорауға прокурор ярҙамсыһы Е. Михайлов яуап бирә:
--Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Кодексына ярашлы, эштән бушатҡан көндө үк етәксе хеҙмәткәргә хеҙмәт кенәгәһен бирергә бурыслы. Кеше эштән киткәндә уның етәксеһе тейешле бойороҡ яҙа һәм был яҙма хеҙмәт кенәгәһенә лә индерелә. Әгәр хеҙмәткәр эш биреүсенең ғәйебе менән кенәгәһен ҡулына алмаһа, был арауыҡ ваҡыт эш хаҡы тотҡарланған көндәр булып иҫәпләнә.
Тормошта төрлө хәлдәр була. Әгәр хеҙмәткәр эштән бушатылған көндө урынында булмаһа, уға хеҙмәт кенәгәһен килеп алһын өсөн хәбәр ебәрелә. Етәксе эштән киткән кешенең хеҙмәт кенәгәһен уның рөхсәте менән генә почта аша ебәрә ала. 
Һәр граждан, хоҡуҡтары боҙолған осраҡта, судҡа мөрәжәғәт итә ала. Сөнки эштән киткән саҡта кеше файҙаланылмаған отпускыһы һ.б. аҡсалата түләүҙәре өсөн компенсация ла алырға тейеш.  

Хоҡуҡ һаҡлау

Енәйәт хәмер йоғонтоһонда ҡылына
Кешеләрҙең уйламай эш итеүе, иҫерткес эсемлектәр йоғонтоһонда үҙ-үҙен тота алмауы күңелһеҙ ваҡиғаларға, фажиғәләргә килтерә. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 54 йәштәге ир ҙә эсеп иҫереп алғандан һуң, енәйәт ҡыла. Ул “батырайып”, алдан үсләшеп йөрөгән танышына барып бәйләнә башлай, унан үлтереү ниәте менән уны таш менән туҡмай. Һөҙөмтәлә, кеше фажиғә урынында уҡ йән бирә.
Ҡанһыҙлыҡ һәм вәхшилек менән ҡылынған енәйәт өсөн ғәйепләнеүсене, РФ Енәйәттәр Кодексы 105-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, алты йылдан ун биш йылға тиклем иректән мәхрүм итеү көтә.
Покровка ауылынан 37 йәшлек кеше РФ Енәйәттәр Кодексы 228-се статьяһының 2-се өлөшөнә ярашлы хөкөм ителәсәк. Ул айырыуса ҙур күләмдә наркотик матдәләрҙе законһыҙ рәүештә һаҡлауҙа ғәйепләнә.
Тикшереү барышында был кешенең 9 900 грамм наркотик тәьҫирле киндерҙе йыйып алыуы һәм һаҡлауы асыҡланды. Уны өс йылдан ун йылға тиклем иректән мәхрүм итеү һәм 500 мең һум күләмендәге штраф көтә. Шулай уҡ был кешенең  РФ Енәйәттәр Кодексы 157-се статьяһының 1-се өлөшө (алимент түләмәү) буйынса хөкөм ителеүе асыҡланды.
Район-халҡына мөрәжәғәт итеп, ниндәйҙер аҙымға барыр алдынан ныҡлап уйларға, закондарҙы боҙмаҫҡа саҡырыр инем. Бигерәк тә хәмер йоғонтоһонда кешеләр үҙҙәренең ниҙәр ҡылыуын аңламауы тураһында онотмағыҙ.
Ф. ЙӘРМӨХӘМӘТОВ, район прокуроры вазифаһын башҡарыусы.      

18 дек. 2011 г.

Яңылыҡтар

Семинар-кәңәшмә үткәрелә
Башҡортостан Республикаһы буйынса 37-се район-ара һалым инспекцияһы 21 декабрҙә сәғәт 11-ҙә халыҡ ижады үҙәгендә (Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты,34) предприятие, учреждение, ойошмаларҙың баш бухгалтерҙары һәм шәхси эшҡыуарҙар өсөн семинар-кәңәшмә үткәрә. Темаһы – 2012 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк закондағы үҙгәрештәр.
 
Ҡотлайбыҙ!
Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн һәм 50 йәше тулыу айҡанлы Харрасов Рауил Ғүмәр улы Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
 
Шыршылар ҡуйыла
Үҙәк майҙанда урынлаштырылған шыршынан тыш, ҡалала тағы ла 8 урында –“Машзавод”, “ГРП”, “Малыш” биҫтәләрендә, Есенин, Иҙелбай, Әлибаев урамдарында, Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында урман ҡупшыҡайҙары ҡуйыласаҡ.
 
“Тамаша”лар –  Баймаҡта
Был аҙнала “Тамаша” журналының бүлек мөхәррирҙәре Лилиә Ҡәйепова, Лидия Танатова һәм фотохәбәрсе Ринат Нәбиуллин эш сәфәре менән Баймаҡта булды. Улар Баймаҡ үҙәк район китапханаһында китапханасылар, уҡытыусылар, Темәс, Йомаш ауылдары халҡы менән осрашты, “Тамаша” журналы, уның йөкмәткеһе хаҡында һөйләне, үҙҙәренең ижади пландары менән уртаҡлашты.
 
Спорт иртәлеге
24 декабрҙә Баймаҡ ҡалаһында мәктәп командалары араһында волейбол буйынса ярыш үтәсәк. Уның бағыусыһы шәхси эшҡыуар Н.Н. Жжонов. Ярышта ҡатнашырға район мәктәптәренең 8-се класҡа тиклемге уҡыусылары саҡырыла. Еңеүселәрҙе грамоталар һәм тәмлекәстәр көтә. Белешмәләр өсөн телефон 8-961-367-2989.  
 
Йәштәр янып йәшәй
105-се һөнәрселек училищеһы студенттары (СДМБ ойошмаһы ағзалары) Иҙрис Дәүләтов етәкселегендә эскелек, тәмәке тартыу һәм наркоманияны профилактикалау буйынса анкета үткәреп, “Йәштәр һау тормош өсөн” тигән сара үткәрҙе. Ҡыҙҙар һәм егеттәр шулай уҡ Яңы йыл алдынан оло йәштәгеләрҙе, инвалидтарҙы йөкмәткеле концерт менән дә ҡыуандырмаҡсы.
Г. Иҫәнгилдина.

18 декабрь – ЗАГС хеҙмәткәрҙәре көнө

Кеше яҙмыштарын хәл итеүселәр
Хөрмәтле ЗАГС хеҙмәткәрҙәре!
Ысын күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!
Һеҙҙең һөнәрегеҙ – кешеләрҙең яҙмыштарын хәл итә, сөнки үҙ ғүмерендә һәр әҙәм балаһы ЗАГС хеҙмәте аша үтә. Беҙҙең көндәлек тормошобоҙҙо һеҙҙең оператив, тырыш, ентекле эшегеҙҙән тыш күҙ алдына ла килтереп булмай.  ЗАГС органдары гражданлыҡ акттарын теркәп кенә ҡалмай, ә һәр кемдең яҙмышында хәл иткес, әһәмиәтле ролде лә башҡара.
Беҙҙең райондың ЗАГС хеҙмәткәрҙәре юғары профессионализм, иғтибарлылыҡ, кешенең бәхетенә ҡыуана белеүе менән айырылып тора. Улар граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән мөһим бурыстарҙы атҡара, ғаилә һәм демографик сәйәсәт һағында тора.
Һеҙ киләсәктә лә үҙегеҙҙең эшегеҙҙе тырышып башҡарырһығыҙ, матур, изге йолаларығыҙҙы дауам итеп, тыуған районыбыҙ граждандарының мәнфәғәтен яҡлап, фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтерһегеҙ, тип ышанам.
Ысын күңелдән һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, мөхәббәт, бәхет, ғаилә именлеге, район һәм республика үҫешенә йүнәлтелгән һөнәрегеҙҙә ҙур-ҙур уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе теләйем. 
И. СИТДЫҠОВ, муниципаль район хакимиәте башлығы.

Әсилә – 1000-се бала!

Баймаҡ муниципаль район хакимиәтенең гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлеге хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдары алдынан тағы бер тантаналы ваҡиға кисерҙе – ҡала һәм районыбыҙҙа меңенсе бала донъяға ауазын һалды. Бәхетле ата-әсә – Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Миләүшә һәм Ринат Аҡҡусҡаровтар. Улар икенсе балаларына Әсилә тип исем ҡушҡандар. Әсилә ғәрәп исеме, “ҡиммәтле, билдәле” тигәнде аңлата икән.

...Тантанала ЗАГС бүлеге начальнигы Зөлфиә Әминева бәхетле ғаиләгә Әсиләнең тыуыу тураһында таныҡлығын, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы (һүрәттә). Йәштәр бүлеге секторы мөдире Земфира Яҡшығолова йәштәрҙе матур байрамдары менән ҡотлап, ошо тантана иҫтәлеге итеп бүләкләп үтте. ЗАГС бүлегенең белгес-эксперты Оксана Сәхибгәрәева әсәлек капиталын юллау  өсөн документтар теҙмәһен тапшырҙы.
Ғаилә – кескәй генә дәүләт, тибеҙ. Уның шатлығы районыбыҙ, илебеҙ өсөн дә оло шатлыҡ.
Айгөл Иҙелбаева.
Р. Әхмәтйәнова фотоһы.

Семинарҙар

"Уңыш"та өйрәнәһе тәжрибә күп
Ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм баш белгестәре, төрлө ведомстволар етәкселәре ҡатнашлығындағы семинар-кәңәшмәләр хәҙер инде матур йолаға әүерелеп бара һәм ул агрокомплекс тормошондағы проблемаларҙы өйрәнеү, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү-табыу, киләсәккә уй-ниәттәр билдәләүҙә етди аҙым булып тора. Ошо көндәрҙә райондың ҡеүәтле предприятиеларының береһе – “Уңыш” АХК-һы базаһында ойошторолған семинар-кәңәшмә был фекерҙе тағы бер ҡат иҫбатланы.

Сәләмәт тормош

Һеҙҙе бассейн көтә!
Ҡалабыҙҙың күрке – “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексының йөҙөү бассейны  халыҡтың популяр ял итеү урынына әүерелде. Йәйгеһен Граф, Талҡаҫ күлдәрен үҙ итеүселәр хәҙер көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә лә яратҡан шөғөлдәренә бирелә ала. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа,  гәзит уҡыусыны сәләмәт йәшәүгә әйҙәгән был урын менән ентеклерәк таныштырырға теләйбеҙ.

Бассейн иртәнге сәғәт 10-дан киске 9-ға тиклем эшләй.  Һыуға инер алдынан һәм сыҡҡас та душта сайынып алыу мотлаҡ – шуға күрә лә йыуыныу кәрәк-ярағы алып килергә кәрәк. Бер сеанс бер сәғәт дауам итә. Уның эсенә йыуыныу, кейенеү-сисенеү ваҡыты ла инә. Шуға күрә лә бассейнға килеүселәргә быны иҫәпкә алырға кәрәк.

Һайлау – 2012

Һайлауҙарҙа ҡатнашырға хоҡуғы булған сәйәси партиялар исемлеге
(2011 йылдың 9 декабренә ҡарата):

Йылы һүҙ – йән аҙығы

«Әкиәт донъяһында йәшәйем төҫлө...»
Фәхриямал Рамаҙан ҡыҙы Билалова 1922 йылдың буранлы-ҡарлы миҙгелендә донъяға килә. Әллә шуғамы икән, уның тормошонда һалҡын, һыуыҡ көндәр күп була.
Эшһөйәр атаһы, егәрле әсәһе (Троицк ҡалаһында Зәйнулла ишанда белем алған Шоғайып мулланың ҡыҙы) ҡулында оҙаҡ иркәләнергә тура килмәй уға. 1933 йылда олатаһының донъяһын туҙҙырып, үҙен һөргөнгә ебәргәс, әсәһе был ҡайғыны күтәрә алмай, вафат була. Атаһы яңынан өйләнә, ләкин 1937 йылда уны ла “мортазинсы” тип ҡулға алалар һәм «Беломорканал»ға алып китәләр.

Шиғриәт

ФӘНИС СИРБАЕВ
Сыңғыҙ ауылында тыуғанмын. Бала сағым, мәктәп йылдарым Шүлкә ауылында үтте. Ошо ауылдан хәрби хеҙмәткә алындым, кире әйләнеп ҡайттым. Ошо өс кенә урамдан торған, бейек-бейек ҡарағайҙар менән уратып алынған сихри тәбиғәтле Шүлкә ауылынан башлана минең шиғриәткә юлым.
Әлеге көндә Сибай ҡалаһында эшләйем. Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә ике шиғырҙар йыйынтығым донъя күрҙе. Өсөнсөһө үҙ сиратын көтә.
Ред. Әйткәндәй, Фәнис Сирбаев күптән түгел «Юлдаш йыры» республика конкурсында икенсе урын яуланы.





Шүлкә
Ҡарағайҙар иле – Шүлкә!
Ауыл минең кескәй, күркәм.
Йылғалары – таҙа, һалҡын,
Изге йәнле минең халҡым.
Ҡарағайҙар иле – Шүлкә!
Сит ерҙәрҙә ғүмер үтә.
Үткән һымаҡ шуға бушҡа,
Әллә Хоҙай шулай ҡушҡан.
Ҡарағайҙар иле – Шүлкә!
Юҡтыр һиңә һис бер үпкә.
Алып китте бары яҙмыш
Һәм дә әйтте: “Һағын, яҙыш!”
Ҡарағайҙар иле – Шүлкә!
Ҡарағайҙар тейә күккә.
Күккә тейер һымаҡ түбәм,
Ауылымды ҡайтып күрһәм.

Ғүмер
Ғүмер тигән нәмә ағын йылға,
Үтте инде ярһыу тулҡыны.
Үтте инде шашып һөйөүҙәрем,
Уйлап-уйлап йөрәк һулҡыны.
Ғүмер тигән нәмә —  иҫкән елдәр,
Шаулар япраҡ күптән шаулаған.
Ғүмер буйы шаулап йәшәп булмай –
Күптән инде күңел аңлаған.
Ғүмер тигән нәмә бер көн һымаҡ:
Наҙлы иртә, ҡыҙыу төш мәле.
Ҡайнар хистәреңдән айлы кистә
Аҡ йондоҙҙар эреп төшмәле.
Ғүмер тигән нәмә – һары Ҡояш:
Кискә табан яйлап һүрелә.
Офоҡ ситендәге һаран ҡояш
Ҡалған ғүмер кеүек күренә.

ЗӘҢГӘР ШАР

Хәтеремдә һаман бала саҡта
Шарым осто елгә тәгәрәп.
Зәңгәр генә шарым Баймаҡ буйлап
Осто, осто... Илап, тәгәрәп
Ятып ҡалдым ҡулдарымды һуҙып,
Ә шар осто һаман шәберәк.
Ҡабат торам, ҡабат йүгерәмен,
Һауа шарым миңә бик кәрәк.
Терһәк ҡанай, терһәк һыҙырылған,
Әллә осто минең өлөшөм?
Тотторманы, ел бик көслө ине,
Ә кешеләр торҙо көлөшөп...
Хәтеремдә һаман: бала саҡта
Шар артынан илап йүгерҙем.
Шул шар менән осҡан һымаҡ булды
Киләсәгем, барлыҡ ғүмерем.
Шул шар менән минең бәхет осҡан,
Ҡулдарымдан киткән ысҡынып.
Әле һаман зәңгәр шарҙы ҡыуам,
Илағылар килә ҡысҡырып.
Йөрәк ҡанай, йөрәк яраланған,
Ул шар минең тейеш өлөшөм.
Ҡолай-ҡолай йүгерәмен һаман,
Ә кешеләр тора көлөшөп...

ИКЕ ТИРӘК

Ике тирәк кенә тороп ҡалған,
Күңелемдең ике терәге.
Өйҙө кемдер һүтеп тейәп алған,
Емерелә инде йөрәгем.
Ике тирәк кенә тороп ҡалған —
Ҡартатайым менән Өләсәй.
Икәүһе лә шаулап япраҡ ярған,
Тик барыбер әрнеп йән әсей.
Ике тирәк кенә тороп ҡалған,
Ҡайҙа минең бала саҡтарым?
Эҙләйемме икән әйләндереп
Аунап ятҡан нигеҙ таштарын?
Ике тирәк кенә тороп ҡалған,
Тешләйемме икән терһәгем?
Таныш эҙҙәр, таныш әйбер эҙләп
Томалана бара күҙҙәрем.
Ике тирәк кенә тороп ҡалған,
Күңелемдең ике терәге.
Өй урыны – ялан, ялан, ялан.
Емерелде шағир йөрәге...

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Әгәр уҡыусы иҫләһә, йәш ижадсыларҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштереү маҡсатында гәзитебеҙ Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы уңайынан ижади конкурс иғлан иткәйне. Конкурс һүлпән башланып китһә лә, аҙаҡҡа табан ҡыҙыулаша төштө. Бына һуңғы шиғырҙарҙы баҫып, конкурсҡа йомғаҡ яһар мәл дә етте.
Шулай итеп, беренсе урын иң беренсе булып шиғырҙарын ебәргән Икенсе Этҡол мәктәбе уҡыусыһы Гүзәл Дәүләтшинаға эләкте. Икенсе урын иң йәш шағирә – Таһир ауылынан Әлиә Ибраһимованыҡы. Әйткәндәй, Әлиә, 3-сө класта ғына белем алыуға ҡарамаҫтан, “Мин уҡырға яратам” исемле үҙенең шиғри йыйынтығын да сығарыуға өлгәшкән. Афарин!
Ә өсөнсө урындарға –  Ишмырҙа мәктәбе уҡыусыһы Илмир Ғәлиев, Мерәҫ мәктәбенән – Гөлдәниә Үзбәкова һәм Аҡморон мәктәбенән Фәнүзә Үҙәнбаева лайыҡ булды. Аҡморон мәктәбе уҡыусыларының әүҙемлеген билдәләп үтмәй булмай. Нәфисә Мәмбәтова етәкләгән ижади түңәрәк ағзалары уҡыусылары дәррәү генә үҙҙәренең ижад емештәрен ебәргән.
Еңеүселәрҙе 20 декабрҙә сәғәт 11-гә редакцияға саҡырабыҙ.
Кемдәр урын алмаған, кәйефтәрегеҙ төшмәһен! Эш урында ла, бүләктә лә түгел. Ә иң мөһиме үҙегеҙҙә – ул ижад ҡомары. Шул ҡомарығыҙ һүнмәһен, илһам ҡанаттарығыҙ талмаһын! Шул сағында һеҙҙең яулар үрҙәрегеҙ тағы ла бейегерәк, еңеүҙәрегеҙ сағыуыраҡ булыр! Уңыштар һеҙгә!
Конкурс еңеүселәренә бүләктәр әҙерләүҙә ярҙам иткән бағыусыларыбыҙ – «Заман» магазины хужаһы Тимур Фәхретдиновҡа, «Илсебикә» рестораны хужаһы Радик Хәйбуллинға рәхмәт белдерәбеҙ.


Беҙҙең илдәй ил бармы?
Беҙҙең илдәй илдәр бармы:
Тыуған еребеҙ йәмле.
Һауаһы саф, күге аяҙ,
Ә һыуыбыҙ бик тәмле.
Бары тик беҙҙә генә
Милләттәр татыулығы,
Әсәй, атай, яҡты ҡояш,
Юлыбыҙ яҡтылығы.
Татыулыҡҡа тап төшмәһен,
Ерҙә һуғыш булмаһын.
Балаларҙың киләсәге
Күҙ йәшенә тулмаһын!
Әлиә Ибраһимова, Таһир мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы.

Дуҫ халыҡтар төйәге
Башҡортостан, күп милләтле
Дуҫ халыҡтар иле һин,
Күптәр һиндә яҡлау тапты,
Күптәре – үҙ бәхетен.
Ете быуын ата-бабам
Һиндә ғүмер кисергән.
Ҡабатланмаҫ йолалары
Онотолмай һис ҡасан.
Ете ырыу халҡы һиндә
Йәшәй бер туған булып,
Бәлә килһә, ташламаҫтар,
Һуҙырҙар ярҙам ҡулын.
Сит ерҙә лә «башҡорт» тигән
Исемгә тап төшөрмәй,
Вәлиди кеүек улдарың
Хеҙмәт итте ял белмәй.
Төрлө милләт халҡын һин
Һыйҙырғанһың үҙеңә,
Урыҫ, мари – һәр береһе
Һөйләшә үҙ телендә.
Һәр бер халыҡ үҙ йолаһын
Иркен өйрәнә ала.
Байрамдарҙа күңел асып,
Йәм, дәрт, көс-дарман ала.
Башҡортостан – ожмах иле,
Дуҫ халыҡтар төйәге.
Рәсәйҙең йөҙөк ҡашы һин,
Таянысы, терәге.
Һиндә тыуҙым, һиндә үҫтем
Һиндә мин белем алам.
Һиндә генә күңелемә
Яҡын һөнәрҙе алам.
Гөлдәниә Үзбәкова, Мерәҫ урта мәктәбе уҡыусыһы.

Күктәге йәйғор кеүек
Тыуған ҡырҙарымдағы
Төрлө сәскәләр кеүек,
Илемдең халыҡтары
Йәшәйҙәр туған булып.
Мин яратам еремдең
Тауҙар, йылға, ҡырҙарын,
Мин яратам илемдең
Ихлас ул һәм ҡыҙҙарын.
Күгемдә ҡояшым балҡый,
Йәйғор һуҙған көйәнтә.
Халҡым, хәс тә, йәйғор төҫлө:
Беҙ дуҫбыҙ һәм күмәк тә!
Нәфисә Мостафина, Үрге Иҙрис мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы.

Рәсәй күкрәгендә йөрәк һин
Башҡортостан – минең тыуған илем,
Әсәм кеүек ғәзиз еркәйем!
Тәбиғәтең – үҙе бер мөғжизә,
Һинән гүзәл ерҙе белмәйем.
Күпме милләт һине төйәк иткән,
Барыһына ҡояш, әсә һин.
Тыныс булһын һәр саҡ һинең күгең,
Балаларың татыу йәшәһен!
Башҡортостан – ҙур йөрәкле илем,
Һин татыулыҡ, дуҫлыҡ өлгөһө!
Һинең сәскә атыу – милләттәрҙең
Туғанлашып йәшәү билгеһе.
Башҡортостан – минең данлы илем,
Рәсәй күкрәгендә йөрәк һин.
Һине төйәк итеү – үҙе бәхет,
Барыбыҙға бик тә кәрәк һин!
Наҙгөл Йәналина,  Йомаш мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы.

Торҡолдашып ҡайтһын торналар
Таң атҡанда бөгөн ҡарап торҙом
Торҡолдашып торна киткәнен,
Үҙем генә һиҙҙем йөрәгемдең
Һулҡып-һулҡып ҡына типкәнен.
Киткәндәрен күрҙем. Ҡайтыуҙарын
Имен-аман күреп булырмы?
Йылы яҙҙа торна тубы күреп
Күңел шатлыҡ менән тулырмы?
Осрашыуҙар йыраҡ, алда әле
Ҡарлы-боҙло һалҡын ҡыш ята.
Торна сыңы, гүйә, бер моң булып
Һағыш тулы уйҙар уйлата.
Эй, торналар, барыр ерегеҙгә
Теүәл генә барып етегеҙ.
Туҡталыштар һайын ялдар итеп,
Беҙҙән сәләм әйтеп үтегеҙ!
Мәле еткәс йылы яҙҙар килер,
Имен генә торһон донъялар.
Тыуған ергә тере бер йәм булып
Торҡолдашып ҡайтһын торналар!
Зөбәйлә Маннапова. Ҡаҡтуғай ауылы.

Ата бәхете
Бар донъяға ауаз биреп
Оран һалды бер сабый.
“Кемем бар?” – тип һорай һалды
Тышта торған бер һантый.
“Улым бармы, ҡыҙым бармы?
Кемем булһа ла ярай.
Ғаиләмдә үҫә минең
Ике ҡыҙым һәм малай.
Ҡыҙым икәү – иптәштәр, тик
Улым үҫә яңғыҙы.
Тағы ҡыҙым тыуһа әгәр
Таҫма кәрәк ал-ҡыҙыл.
Таҫманы ла алдан алып
Ҡуйғайным да күгенән.
Кәрәк булһа икенсеһе –
Хәҙер генә йүгерәм!”
Унда-бында йүгергеләй
Тышта ҡалған бер һантый.
Әсә генә бәпес тапмай –
Өҙгөләнә һәр атай.

Гармунсыға күҙ теймәһен!
(Заһит Сәфәрғәлинға)
Уйна, егет, гармуныңда,
Уйна тағын оҫтараҡ.
Үҙем дә бит уйнар инем,
Бармаҡтарым ҡыҫҡараҡ.
Нығыраҡ баҫ телдәренә
Гармуныңды йәлләмәй.
Йырға һалдым әйтер һүҙем,
Түҙә алмай һөйләмәй.
Эй, ағыла, ағыла һуң
Баян-гармун моңдары.
Гармунсыға күҙ теймәһен,
Оҫта икән ҡулдары!
Сәхнәләрҙә сыңлап китә
Гармун моңо тағын да.
Бар оҫталар ары торһон
Сәфәрғәлин барында!
Хәлиҙә Ишдәүләтова. Ишей ауылы.

Буранбай

Буранбай ҙа тигән ауыл ҡайҙа?
Һаҡмар буйҙарында туғайҙа.
Минең уйҙар тағы һиңә ҡайта,
Алыҫ-алыҫтарҙан урай ҙа.
Көйәнтәгә элеп силәктәрҙе
Бара инек шишмә һыуына.
Күрше еңгәй әйтте:  “Матур булаң
Шишмә һыуы менән йыуынһаң”.
Ялан аяҡ йүгереп менә инек
Ҡыҙтораташҡай-тауҙың башына,
Мәңгеләшкән аяҡ-ҡул эҙҙәрен
Һыйпап ҡарай инек тағы ла.
Бейек тауҙың яңғыҙ ҡайынына
Бер саҡ алһыу таҫма бәйләнем.
Бер үҫмергә сәләм әйтһен, тиеп
Йөрәк серҙәремде һөйләнем.
Ҡайһы ергә, ҡасан килгәндәрҙер
Зар илаған ауыл ҡарттары.
Ниңә бөгөнгәсә һаҡланмаған
Буранбайҙың яҙған хаттары.
Ғүмерем буйы һағынып йәшәйем мин
Күк тирәкле талғын Һаҡмарҙы.
Төйәк иткән ерем яҡшы ла бит,
Нығыраҡ һөйәм тыуған яҡтарҙы. Буранбайҙар тыуһын, ир етһендәр,
Әрмеләрҙән килһен хаттары.
Шул хаттарҙы уҡып, ҡыуанышып
Ауыҙ йырһын ауылым ҡарттары!
Таңһылыу Сөнәғәтова. Түбә ауылы.

Хыялым манараһы

“Күңелем тулап туҡтаны”, –
Тиһәм дә ышанмағыҙ.
Хистәрем әле һаман да
Йүгәнһеҙ, тышауҙарһыҙ.
Һаман ниҙер дәғүә итеп,
Нимәлер көтә күңел.
Бәхет миңә бөгөн кәрәк,
Ә иртәгеһен түгел!
Моратыма ирешкән юҡ,
Юҡ әле маҡтанаһы.
Менәһе тауҙар артында
Хыялым манараһы.

Мин – ир заты
Мин – ир заты.
Минең иңдәремә
Фани донъя һалған ҡанатын.
Ауырлығын тойоп бөгөлһәм дә,
Эй, аҡ Донъя, һине яраттым!
Беләктәремдә көс бар әле, шөкөр!
Көс юҡ, тиеп лыпын ятманым.
Заман ҡанундарын
Мин үҙемсә
Нисек кәрәк – шулай ятланым.
Ир-ат бит мин, Әҙәм нәҫеленән.
Аяҡтарҙа ныҡлы торамын.
Һөйгәнемдең йәнен иретерлек
Наҙ бар
Күңелен мең ҡат урарлыҡ!

Көҙ
Яҡты аяҙ көндәр,
Салт йондоҙло төндәр,
Көҙ етте тип уйламаҫһың да.
Һинең бәхеттәндер,
Беҙҙең бәхеткәлер
Тыуған көндә иламаҫһың да!
Алтын көҙҙәр еткән,
Йәмле йәйҙәр үткән,
Йыл фасылы үҙгәрә тора.
Йәшлек – яҙҙар кеүек,
Беҙҙең наҙҙар кеүек,
Осҡонлана – күҙҙәргә ҡара!
Аяҙ был көндәрҙә,
Шатлана йөҙҙәр ҙә,
Нур балҡыта бөтә тирә-яҡ!
Моңһоуланма, гөлөм,
Беҙҙең әле бөгөн
Эҙ ҡалдырып эшләр, йәшәр саҡ!
Мөхәммәт Минбагисов. Урғаҙа ауылы.
       
Изгелек
Таш атҡанға аш ат, тиеп
Өйрәткәйне әсәйем.
Әсәйемдең васыятын
Ғүмерем буйы үтәйем.
Мин дә бит балаларымды
Изгелеккә өндәйем.
Ҡолаҡҡа элдеме, тиеп
Ситтән генә күҙләйем.
Изгелеккә – изгелек, ти.
Дөрөҫ халыҡ мәҡәле.
Эшләгәнең бармы берәй
Изгелекте, әйт әле?

Эй, ғүмеркәй!

Эй, ғүмер, ғүмеркәйем,
Ниңә улай ҡыҫҡаһың?
Зауыҡ менән йәшәгәндә
Төп күтәрә һуғаһың?
Ғүмер үтеп китмәһен, тип,
Артҡа ҡарайым туҡтап.
Серем иткәндә лә үтә,
Ятмайыҡ оҙаҡ йоҡлап.
Эй, ғүмерҙәр, үтә инде ул,
Инде, дуҫтар, нишләйек?
Хоҙай биргән бар ғүмерҙе
Матур итеп йәшәйек!
Тәнзилә Ғәлимйәнова-Алтынғужина. Ниғәмәт ауылы.

ТАШҠЫНДАН ҺУҢ
Көслө ямғыр! Күктә йәшен-уҡ!
Йөрәк шаша, башта аҡыл юҡ.
Йылға ташып, ярҙар күмелде.
Хис-тойғолар алды күңелде.
Ямғыр үтте, ҡояш асылды,
Хистәр һүнде, йөрәк баҫылды.
Йылға ярҙар менән сикләнде,
Аҡыл элеп, йөрәк бикләнде.
Сабыр йөрәк нишләп ашҡынған –
Күләүектәр ҡалды ташҡындан.

КӨҘГӨ ПЕЙЗАЖ
(Этюд)
Аҡ юрғанын ябыр алдынан
Һылыу ҡайын ап-аҡ тәненә,
Сисеп һалған һары күлдәген
Ләззәтләнеү биреп йәненә.
Ҡара толомдарын туҙҙырып
Эй, ҡойона ямғыр һыуына!
Зифа буйлы, бөҙрә тәлгәшле
Яп-яланғас ҡайын йыуына.
Эргәһендә йәп-йәш ҡарағай,
Әллә нишләп уға ҡарамай,
Торған була йыш-йыш тын алып,
Кейемкәйе бөткән сыланып.

Әғзәм Ғәҙелбаев.
Шүлкә ауылы.