30 нояб. 2011 г.

Әҙерлек эштәре нисек бара?


Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Урындарҙа һайлауға әҙерлек кимәле нисек? Әлеге мәлдә участка һайлау комиссиялары ни менән шөғөлләнә?

Ф.М. Хәсәнова, Ниғәмәт ауылы, 1033-сө һайлау участкаһы, участка һайлау комиссияһы ағзаһы:

Дөйөм алғанда, әҙерлек яҡшы бара. Әлеге мәлдә һайлаусылар исемлеген асыҡланыҡ. Беҙҙең участкала Ниғәмәт һәм Үрге Яйыҡбай ауылдары халҡы һайлаясаҡ. Уларҙың бөтәһенә лә, йәғни 689 һайлаусыға саҡырыу ҡағыҙҙары тараттыҡ. 4 декабрҙә ҡырҙа уҡыған 5 студентыбыҙ ҡайтып тауыш бирәсәк. Тауыш биреү көнөндә 13 кешенең өйөнә барып һайлатасаҡбыҙ. 17 кеше тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашасаҡ. Иң оло һайлаусы – 84 йәшлек Маһинур инәй Хәсәнова.

Һайлау участкаһы мәктәптә урынлашҡан, ул тейешенсә йыһазландырылған. 4 декабрҙә һайлауға килеүселәр өсөн төрлө саралар уҙғарыласаҡ.

Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.