30 нояб. 2011 г.

Яңылыҡтар

Эшҡыуар танылыу яулай

Үткән йомала Өфөлә, Конгресс-холл бинаһында йыл һайын үткәрелгән “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы йәш эшҡыуары” премияһын тапшырыу тантанаһы булды. Унда Баймаҡ ит комбинаты директоры Марат Хисмәтуллин “Бизнес-старт” номинацияһында еңеү яуланы һәм ауыл хужалығы өлкәһендә иң яҡшыһы тип билдәләнде.

Йәштәр күңелле ял итте

Яңыраҡ баш ҡалала “Башҡортостан ҡыҙы” журналының редакция коллективы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты Баймаҡ яҡташ йәштәр союзы менән берлектә дискотека үткәрҙе.

Мәктәпкә – автобус!

Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол мәктәбенә белем биреүҙе модернизациялау һәм “Мәктәп автобусы” федераль программаһы сиктәрендә яңы, махсуслаштырылған ПАЗ-3205 автобусы тапшырылды. Был уҡыусыларҙы төрлө олимпиадаларға, ярыштарға, экскурсияға йөрөтөүҙе хәл итәсәк. Иң мөһиме – Ғәҙелбай ауылынан йөрөп уҡыған 19 бала мәктәпкә тотҡарлыҡһыҙ килә аласаҡ.

Конкурс үтәсәк

Районда йәштәр араһындағы “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” конкурсының район ярышы иртәгә халыҡ ижады үҙәгендә үтәсәк. Унда Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова, Шәүрә Ғилманова һәм республика телевидениеһының килеүе көтөлә.

А. Ишназаров.

Мерәҫтә – Әсә көнө

Үткән аҙнала Мерәҫ ауыл китапханаһында Әсәләр көнөнә арналған кисә үткәрелде. Унда күп балалы, инвалид бала тәрбиәләгән әсәләр, ағинәйҙәр клубы ағзалары саҡырылды. Сарала ҡатнашыусылар тәүҙә яңы китаптар күргәҙмәһе менән танышты. Унан һуң һәр ҡатын-ҡыҙҙы борсоған проблемалар хаҡында йәнле әңгәмә ҡоролдо. Байрамды музыкаль яҡтан китапхана янында эшләп килгән “Игебай мәктәбе” клубы уҡыусылары биҙәне.

Д. Яхина, китапханасы.

Юлдар яҡшыра

Аҡморон ауылында юл мәсьәләһе ошо көнгәсә һаман да киҫкен ҡала бирҙе. Бына, ниһайәт, Баймаҡ ДРСУ-һы “21-се быуат”, “Тирмән” урамдарына өлөшләтә юл һалды. Ауыл халҡы исеменән рәхмәт белдерәбеҙ.

Афарин, Айгөл!

Беҙҙең мәктәптең IX класс уҡыусыһы Айгөл Аҡъюлова (етәксеһе Н.Мәмбәтова) Стәрлетамаҡта үткән “Жәлил Кейекбаев уҡыуҙары” конкурсында I дәрәжәле Маҡтау ҡағыҙы алды.

Гөлназ Азаматова.
Аҡморон ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.