30 нояб. 2011 г.

Сәйәсәт


Партияның съезы үтте

«Берҙәм Рәсәй» Рәсәй Президенты вазифаһына үҙенең кандидатураһын тәҡдим итте

Уҙған йәкшәмбелә Мәскәүҙә “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының XII съезының икенсе этабы үтте. Унда 10 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 621 делегат ҡатнашты.

Съезға саҡырылған билдәле шәхестәр, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре һ.б. сығыш яһап, Владимир Путинды киләсәктә ил башлығы итеп күрергә теләүҙәрен белдерҙе.

Һуңынан РФ Президенты Д.А. Медведев та үҙ телмәрендә: “Бөгөн рәсми рәүештә киләсәккә сәйәси стратегиябыҙҙы билдәләйбеҙ һәм Владимир Путинды Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат итеп күрһәтәбеҙ”, – тине. Владимир Владимирович тәҡдимде ҡабул итте һәм ҡыҫҡаса үҙенең программаһы менән таныштырҙы. Ул: “Алдағы Дәүләт Думаһына һайлауҙар, унан һуң Президент һайлауҙары илдә федераль власты тулыһынса яңыртыуға алып киләсәк. Һуңғы ун йылда Рәсәйҙә илде төрлө яҡлап нығытыу һәм тотороҡло үҫтереү өсөн күп эшләнде. Хәҙер беҙҙең бурыс – ошо нигеҙҙә ҡеүәтле һәм көслө Рәсәй төҙөү”, – тип билдәләне.

Һөҙөмтәлә, был тәҡдимде съезд делегаттары бер тауыштан хупланы.

Әйткәндәй, РФ Президентын һайлау көнө тип 2012 йылдың 4 марты билдәләнде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.