Районыбыҙҙа тирә-яҡҡа нур сәсеп торған, үҙенсәлекле, зауыҡлы биҙәлеше менән һоҡланыу уятҡан йорт-ҡура төҙөгән ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуаныслы. Үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙырған ошондай ғаиләләр һәр ауылдың биҙәге.
Баймаҡ район китапханаһы район башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы уңайынан “Мөғжизәле йорт – үҙ ҡулдарым менән” исемле конкурс иғлан иткәйне. Ул үҙҙәре төҙөгән йорт-ҡураһы менән тормошобоҙға йәм өҫтәүсе ғаиләләрҙе барлау, уларҙың өлгөһөндә йәштәрҙе тәрбиәләү маҡсатында үткәрелде. Бәйгелә 43 ғаилә ҡатнашты. Улар араһында сәләмәт тормош алып барыусы, матур йәшәүгә ынтылыусы оҫта ҡуллы йәш ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуаныслы. Заман ауырлыҡтарына зарланмай, төрлө юлын табып йорт һалып инеп, уны үҙ ҡулдары менән эшләнгән йорт-йыһаздары менән зауыҡлы итеп биҙәп, иркен йорттарында балалар үҫтерә, татыу ғүмер итә улар. Районыбыҙ ғорурлығы булған ошондай ғаиләләрҙең береһе – Күгиҙел ауылынан Ләлә һәм Ғаяз Аҫылбаевтар бәйгелә беренсе урын яуланы. Өс балаға ғүмер биргән был парҙың көндәлек тырыш хеҙмәте, оҫта ҡулдары, фантазияға бай, матурлыҡҡа ғашиҡ күңелдәренең емешенә һоҡланмау мөмкин түгел.
Мерәҫ ауылынан Ләйсән менән Факил Шәриповтар, Ниғәмәт ауылынан Айгөл менән Иршат Бикмәтовтар икенсе урынды яуланы. Ә өсөнсө урынға Йомаштан Иҫәновтар һәм Бөрйәнйылғанан Теләүсиндар лайыҡ булды.
Әбделкәримдән Булатовтар, Аҡморондан Байсуриндар, Юлыҡтан Солтановтар, Темәстән Назарғоловтар, Үрге Иҙристән Сәғәҙиевтарҙың эштәре лә баһалама ағзалары тарафынан яҡшы яҡтан билдәләнде.
Бәйгелә ҡатнашыусы барлыҡ ғаиләләргә оҫта ҡулдары менән мөғжизә тыуҙырыу, үҙҙәренең генә түгел, тирә-йүндәгеләрҙең дә тормошона ҡот-йәм өҫтәп йәшәүҙәре өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Артабан да эштәрегеҙ уң, тормошоғоҙ күркәм, бәхетегеҙ тулы булһын.

Ә. Сәйғәфәров, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе;
Л. Дәүләтшина, үҙәк район китапханаһы директоры.

Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.