Осһоҙ-ҡырыйһыҙ урман... Ҡараш менән генә булһа ла иңләйем тиһәң – күҙең талыр. Уны ҡалын юрған булып ҡаплаған ҡарҙың, ағастарға ҡунған бәҫтең аҡлығын бер ни менән дә сағыштырырлыҡ түгел. Тәбиғәттең шундай аҡлыҡ, сафлыҡ бөркөп торған мәлендә Халиҡова Миңзәлә Рамаҙан ҡыҙы матур Алғаҙы ауылында донъяға килә.
Мәктәп йылдарын Алғаҙы, Әбделкәрим ауылында үткәндән һуң, хеҙмәт юлын Магнитогорск ҡалаһында башлай. Бер нисә йыл эшләгәс, Сибай ҡалаһына юллана. Тик уға Сибайҙа оҙаҡ эшләргә тура килмәй: үҙенең мөхәббәтен – Мостафа ағайҙы осратып, күп тә үтмәй Ишбирҙе ауылына килен булып төшә. Тормоштарының йәме, ҡыуанысы булып, бер-бер артлы ҡыҙҙары Лилиә, улдары Йәҙгәр донъяға килә.
1982 йылда Миңзәлә Рамаҙан ҡыҙы Ишбирҙе ауылының балалар баҡсаһына эшкә урынлаша. Тәүҙә төрлө эштәрҙә йөрөһә, 1985 йылдан бирле кесе тәрбиәсе вазифаһын башҡара. 26 йыл дәүерендә балалар баҡсаһы ниндәй генә ваҡиғалар кисермәне?! Тик Миңзәлә апай бер ваҡытта ла зарланмай, тик яҡшы мәлдәрҙе генә иҫкә алып һөйләргә ярата. Коллективта үҙенең ихласлығы, ярҙамсыллығы менән оло абруй ҡаҙанды. Иғтибарлы булыуы, йор һүҙлелеге, шаянлығы менән балаларҙы үҙенә ылыҡтыра белә.
Балалар баҡсаһында үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалмай. Төрлө иртәлектәрҙә, байрамдарҙа ихлас ҡатнаша, бер ҙә өлкәнәйҙем инде тип ултырмай. Ниндәй генә ролдәргә, образдарға инергә тура килмәне уға!
Ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләүсе коллегабыҙға ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә бәхете, йөрәге менән әлегеләй гел йәш булып ҡалыуын теләйбеҙ.
Ш. Вәлиева.
Ишбирҙе ауылы.
Ишбирҙе ауылы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.