27 дек. 2011 г.

Мәктәпте ойоштороусы иҫтәлегенә

Иҫке Сибай мәктәбендә ауылда беренсе Совет мәктәбен ойоштороусы Күсәбаев Яҡуп Ғүмәр улы исемендәге кубокка волейбол буйынса ярыш үтте. Бәйгене  арҙаҡлы ауылдашыбыҙҙың ейәне Замир Рәфҡәт улы Күсәбаев һәм уның туғандары ойошторҙо.
Яҡуп Ғүмәр  улы 1892 йылда Иҫке Сибай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1912–1914 йылдарҙа Муллаҡай мәҙрәсәһендә уҡый. Тырышып уҡып йөрөгәнендә беренсе донъя һуғышы башланып китә, уның тәүге көндәрендә үк ул хәрби хеҙмәткә алына һәм 1914– 1918 йылдарҙа ошо һуғыш мәхшәрен үҙ иңендә татый. Шуның өс йылын немецтарҙа әсирҙә үткәрә. Әсирҙәр араһынан немец телен өйрәтеү өсөн бер нисә кешене һайлап алалар, улар араһында Яҡуп Ғүмәр улы ла булып, махсус танытма ала. Тотҡонлоҡтан ҡотолғас, ул үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына баҫа һәм хәрби хеҙмәттән тик 1921 йылда ғына тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайта. 1921–1922 йылдарҙа Темәстә Бөрйән-Түңгәүер кантонында инструктор-ойоштороусы булып эшләй.
1922 йылда Иҫке Сибайға ҡайтып, 1924 йылдан уҡытыусы булып эшләй башлай һәм артабанғы бөтә ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлай. Тап ошо йылдарҙа ул ауылыбыҙҙа тәүге мәктәпте ойоштора ла инде. 1925–1926 йылдарҙа Баймаҡта баҡыр иретеү заводы китапханаһы мөдире һәм эшселәр араһында наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса махсус мәктәп-ликбез уҡытыусыһы була. Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем Яҡуп Ғүмәр улы ауылыбыҙ мәктәбендә немец теле уҡытыусыһы булып эшләй. Бөгөн Күсәбаев Яҡуп Ғүмәр улының ейәндәре, ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре уның юлын лайыҡлы дауам итә.
Ярышта Ирәндек зонаһынан, Иҫке Сибай, Сосновка, Ҡарамалы ауылдарынан һәм Баймаҡ ауыл хужалығы техникумынан ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр командалары ҡатнашты. Сараны асып, Иҫке Сибай урта мәктәбе директоры В.Й. Шәрипов йәш быуында ошондай шәхестәребеҙгә ҡарата ихтирам, һөйөү тойғоларын тәрбиәләүҙең әһәмиәтен әйтеп үтте. Яҡуп Ғүмәр улының ейәне З.Р. Күсәбаев иһә был ярышта ҡатнашыусыларҙың һанын йылдан-йыл арттырып, уны йыл һайын үткәреүҙе традицияға әйләндерергә тәҡдим итте. Иҫке Сибай ауыл хакимиәте башлығы С.М. Рафиҡов һәм мәктәптең физкультура уҡытыусыһы, ярыштың төп судьяһы Ф.Ф. Яҡупов, спорт – ул сәләмәт рух, ихтыяр көсө тәрбиәләүсе генә түгел,  кешеләрҙе үҙ-ара берләштереүсе лә, бындай уйындар халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәй, тип билдәләне.
Ярыш көнө буйына бик көсөргәнешле барҙы. Ир-егеттәр командалары араһында беренсе урынды Ирәндек зонаһының уҡытыусылар командаһы яуланы. Иҫке Сибай ауылының йыйылма командаһы икенсе, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы командаһы өсөнсө булды.
Ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында урындар түбәндәгесә: Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы командаһы – беренсе, Иҫке Сибай ауылының йыйылма командаһы – икенсе, Иҫке Сибай мәктәбе уҡыусылары өсөнсө.
Еңеүселәр, оҫта уйын күрһәткән айырым уйынсыларға Маҡтау грамоталары, миҙалдар, кубок тапшырылды. Был ярышты ойоштороуҙа ярҙам ҡулы һуҙған Иҫке Сибай мәктәбе етәкселегенә һәм коллективына, айырыуса физкультура уҡытыусыһы Яҡупов Фәнис Фәрит улына, «Уңыш» АХК-һы дирекцияһына һәм шәхси эшҡыуар Яҡупова Дилә Вәлләм ҡыҙына Яҡуп Күсәбаевтың нәҫелдәре ҙур рәхмәтен белдерә.

Азалия ЙОМАЛИНА,
Иҫке Сибай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.