Балаларҙы төндә йөрөтөргә ярамай
2010 йылдың 14 июлендәге “Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 294(з)-се Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы, Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең балиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияһының, шулай уҡ Баймаҡ районы прокуратураһының тәҡдимдәргә баһаһын иҫәпкә алып, Баймаҡ районы муниципаль район Советы ҡарар итә:
1.17 йәше тулмаған балаларҙы әлеге мәлдә киске 10-дан, 1 майҙан алып 30 сентябргә тиклем төнгө сәғәт 12-нән иртәнге 6-ға тиклем, ата-әсәләрҙең йәки уларҙы алмаштырыусы кешеләрҙең, төрлө саралар ойоштороусыларҙың оҙатыуынан тыш йөрөтөү тыйыла:2010 йылдың 14 июлендәге “Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 294(з)-се Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы, Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең балиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияһының, шулай уҡ Баймаҡ районы прокуратураһының тәҡдимдәргә баһаһын иҫәпкә алып, Баймаҡ районы муниципаль район Советы ҡарар итә:
- йәмәғәт урындарында, шул иҫәптән урамдарҙа, ихаталарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында, үҙәк майҙанда;
- күп фатирлы йорттарҙың дөйөм ҡулланылыштағы урындарында (подвалдарҙа, ҡыйыҡтарҙа, подъездарҙа);
- белем биреү учреждениелары биләмәһендә;
- үҙәк ҡала дауаханаһы биләмәһендә;
- төҙөлөш объекттарында, юғары хәүефле объекттарҙа һәм биналарҙа;
- Баймаҡ ҡалаһының С.Юлаев исемендәге ял паркында, “Труд” стадионында;
- ауылдар янындағы урман массивтарында;
- коллектив баҡсалар һәм гараждар биләмәһендә;
- һыу объекттары янындағы биләмәләрҙә;
- вокзал бинаһында һәм уның биләмәһендә, зыяраттарҙа;
- дөйөм ҡулланылыштағы транспорт сараларында (такси);
- Интернет-залдарҙа, уйын клубтарында, Интернет һәм компьютер уйындары хеҙмәте күрһәтелгән барлыҡ урындарҙа;
- кафе, бар, ресторандар биләмәһендә һәм биналарында;
- “Ирәндек” кинотеатры бинаһында һәм биләмәһендә;
- ауыл клубтары биналарында һәм биләмәләрендә;
- закон менән билдәләнгән тәртиптә берәмләп алкоголь продукцияһы, һыра һәм уның нигеҙендә эшләнгән башҡа эсемлектәр һатылған күңел асыу, сауҙа итеү урындарында;
- балаларҙың һаулығына, уларҙың физик, интеллектуаль, психик, рухи-әхләҡи үҫешенә зыян килтереү хәүефе булған йәмәғәт һәм дөйөм ҡулланылыштағы башҡа урындарҙа.
2.Күп фатирлы йорттарҙың дөйөм ҡулланылыштағы урындарында, урамдарҙа, икенсе ауыл-ҡалаға юлға сыҡҡан осраҡта (баланың шәхесен раҫлаусы һәм юл документтары булһа) вокзал бинаһында һәм уның биләмәһендә ошо ҡарар менән билдәләнгән сикләүҙәр 16 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларға ҡағылмай.
3.Был ҡарар гәзиттәрҙә баҫылып сыҡҡан көндән үҙ көсөнә инә.
4.Ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоу Советтың социаль-гуманитар мәсьәләләр, хоҡуҡи тәртип һаҡлау буйынса даими комиссияһына (Р.Ф. Хөснөтдинова) йөкмәтелә.
Д. Сәйғәфәрова,
муниципаль район Советы рәйесе.
муниципаль район Советы рәйесе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.