27 дек. 2011 г.

Вәзимә инәй таҡмаҡтары

Ауылыбыҙҙа йор һүҙле, аҡ күңелле бер ағинәй йәшәй. Вәзимә Мөхәммәтша ҡыҙы Вәхитова булыр ул. Һикһәнде теүәлләп килгән ил инәһенең бала сағы уҙған быуаттарҙағы коллективлаштырыуҙың иң ауыр осорҙарына тура  килә.  Тулыр-тулмаҫ алты класлыҡ белем менән ул бик йәшләй генә ҡара эшкә егелә. Бәхетле киләсәккә оло өмөттәр бағлап йөрөгән үҫмер  Вәзимәнең  һәм уның  ише  бик  күптәрҙең  яҡты  хыялдарын  көтмәгәндә ҡупҡан ҡәһәрле  һуғыш  пыран-заран  килтерә.  Әсе  нужаларҙы, аслыҡ-яланғаслыҡты, сәйәси ғәҙелһеҙлекте, ауыр  юғалтыуҙарҙы – барыһын да, барыһын да үҙ иңдәрендә кисерергә тура килә уға. Ләкин инәй  бөгөлөп  төшмәй – ауыр  тормош уны бик йәшләй сыныҡтырған, тәүәккәл булырға өйрәткән инде.
Әлеге  көндә  Вәзимә  инәй  улы  Фәрит, килене Миңнур  менән гөрләтеп донъя  көтә.  Күптән хаҡлы ялда булһа ла, уның килен йомшап  тик  кенә  ултырғанын һис күрмәҫһең. Ил инәһе әле  лә аяҡ өҫтөндә.  Беҙ уны заманының иң оҫта мейес сығарыусыһы булараҡ беләбеҙ.  Уның  Хоҙайҙан  бирелгән  йәнә бер һәләте  бар. Инәй буш ваҡыттарында йыр-таҡмаҡтар, шиғыр-бәйеттәр  ижад итергә  ярата.  Ҡайһы  ғына мәжлестә булмаһын, инәйҙең шунда уҡ  темаһына  тап килтереп  һә тигәнсә берәй шиғыр йәиһә таҡмаҡ сығарыуы һәм үҙе үк шуны көйләп биреүе хайран  ҡалдыра.
Беҙ күңелсәк сәсәниә инәйебеҙгә һаулыҡ, ғаилә  именлеге теләйбеҙ һәм гәзит уҡыу-сыларға уның үҙе ижад иткән таҡмаҡтарын тәҡдим итәбеҙ.


Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре Зөбәйлә,
Рәсәй менән Башҡортостан
Йәшәһен әйҙә бергә.
Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре Байғостан,
Рәхәт тормошта йәшәйбеҙ,
Йәшәһен Башҡортостан!
Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре  Люциә,
Аллам биргәненә шөкөр –
Биреп тора пенсиә!
Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре  Хауарис.
Әл дә беҙ тылда йәшәнек,
Ҡан ҡойғандар ҡыҙғаныс.
Бүрәнәгә йөрөгән саҡта
Бөрйән һыуҙарын кистек.
Ашарға икмәк булмағас,
Һағыҙ сәйнәп сәй эстек.
Йәйен-ҡышын сылтырап аға
Әмәндәктең йылғаһы,
Йәйгә сыҡһаң тамаҡ туя –
Әтмәкәсе, йыуаһы…
Сабатаһын да кейҙек,
Иҫке ҡата ла кейҙек,
Йорт илебеҙ тынысланғас,
Ситектәр алып кейҙек.
Йорт илебеҙ тыныс булғас,
Теләгәнсә кейендек,
Эшләгәнде иҫкә алдылар,
Миҙал алып һөйөндөк.
Кәртә артында бойҙайым,
Нисек итеп урайым?
Инде ҡабат утлы һуғыш
Күрһәтмәһен Хоҙайым!..
Вәзимә инәй таҡмаҡтарын И. Сафиуллин еткерҙе.
Үрге Яйыҡбай ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.