27 дек. 2011 г.

Алдынғы ҡарашлы уҡытыусы булды

Совет осороноң алдынғы ҡарашлы, йәмәғәт эштәрендә башлап йөрөүсе уҡытыусыбыҙ һәм ауылдашыбыҙ, хеҙмәт ветераны, үҙ ғүмеренең 42 йылын белем биреүгә бағышлаған Яҡуп Мөхәмәҙиә улы Дияров тураһында был мәҡәләм. Ул беҙҙең арабыҙҙа булмаһа ла, ауыл халҡы уны кешеләргә ихтирамлы, һәр саҡ теремек, абруйлы булды, тип иҫкә ала.


Яҡуп Мөхәмәҙиә улы 1931 йылдың 12 июлендә Басай ауылында, күмәк балалы  ғаиләлә тыуа. Темәс педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, 1949 йылда уҡытыусы булып эш башлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы балаларға башланғыс белем бирә. Бигерәк тә тел һәм математика дәрестәрен күңелле итеп алып бара ине. Математика фәненә  һөйөү уҡытыусыбыҙҙан килгәндер, ни тиһәң дә беҙҙең синыфтан ғына 5-6 математика уҡытыусыһы сыҡты. Үҙенең кәңәштәре менән беҙгә оло тормош юлына баҫҡас та ярҙам итеп торҙо.
«Һәр нәмәне үҙегеҙ эшләп өйрәнегеҙ», – ти торғайны ул. Йәмәғәт эштәрендә әүҙемлеге, тырышлығы, үҙ фекерле булыуы менән айырылып торҙо. Агитатор, пропагандист, парторг ҡына түгел, өлгөлө ғаилә башлығы һәм атай булды ул.
Яҡуп ағай тормош иптәше Шәмсинур еңгәй менән ярты быуатҡа яҡын тигеҙ һәм татыу ғүмер кисереп, биш бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Улар инде  күптән буй етеп, һәр кеменең үҙ ғаиләһе бар. Уның бер туған ағалары тураһында ла шуны әйтеп үтергә кәрәк: Кәрим Дияров – данлыҡлы ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Вәли – тарихсы, Булат – рус теле уҡытыусыһы.
Беҙ, уның ауылдаштары һәм уҡыусылары, Яҡуп Мөхәмәҙиә улын тик яҡты хәтирәләр менән иҫкә алабыҙ. Уның яҡты рухы алдында баш эйәбеҙ, ул күрһәткән изгелектәр уның балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә мең тапҡыр кире әйләнеп ҡайтырына иманым камил.

Илдар Йосопов.
Басай ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.