4 дек. 2011 г.

Хәтирәләр

Бала сағымдағы тәүге һайлау
Һуғыш бөтөүгә 4 йыл тирәһе үтһә лә, ауылдарҙа, колхоздарҙа бик ауыр һулыш алалар ине. Беҙҙең Күсей, Басай, Иҫәнбәт, Тоҡтағол ауылдарын берләштергән Ворошилов исемендәге колхозда барыһы егермеләп ат тороп ҡалған. Эшкә күберәк үгеҙ егәләр ине. Тракторҙар һәм башҡа ауыл хужалығы техникаһы әле юҡ. Колхозға эре тешле тәгәрмәстәр ҡуйылған “Нати” тракторҙары 1950 йылдарҙың баштарында ғына килә башланы. 1954 йылда сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштерә башлағас, беҙҙә лә ДТ-54 тракторы һәм игенде сабып яҫмаларға һалып барған “Сталинец”тар килде. Халыҡ аслы-туҡлы йәшәне, үлмәҫлек кенә аҙыҡ күрә, йәйен ойотҡан һәм йыуа менән туҡлана. Колхоз етештергән ит, һөт аҙығы, иген тулыһынса хөкүмәткә, ә уның өстән бер өлөшө Европаға бушлай китеп торҙо. Был эштең маҡсаты Европа илдәрендә социализмдың абруйын күтәреп, уны урынлаштырыу ине.

Йыл әйләнәһенә ял күрмәй эшләгән кешеләр көҙгөһөн йылына бер мәртәбә 2-3 тоҡ он алды. Кешеләр, бала-саға әҙерләгән бесәнгә аҫралған малдан етештерелгән ит, һөт, йомортҡа, тире, йөндәрҙең яртыһын ауыл хужалығы һалымы тип (продналог) бушлай алып киттеләр. Халыҡҡа өй башына бер һыйыр ғына көтөргә рөхсәт бар ине. Заготовитель йыйып йөрөгәндә, ас йәшәгән балалар, әсәйҙәр шым ғына илаша торғайнылар. Сөнки тауыш сығарһаң, НКВД-нан килеп етәләр һәм ябалар ине. Был һалымды Хөкүмәт башлығы Г.М. Маленков 1954 йылда бөтөргәс, халыҡ яҡшыраҡ туҡлана башланы. Колхоздың иген баҫыуҙарында ятып ҡалған башаҡты ла йыйыуға рөхсәт булманы, ә йыйғандарҙы туҡманылар, яптылар. Шулай ҙа үлем хәленә еткән әсәй-өләсәйҙәр башаҡ йыйып маташты.
Ошондай йылдарҙың береһендә илебеҙҙә тәүге һайлау үтте. Уға ныҡлап әҙерләнделәр. Ауыл советында, колхоз идараһында, һайлау үтә торған ерҙә – мәктәптә әләмдәр, плакаттар эленде. Ауылда урамдарҙы, һәр кем ихаталарын таҙартты. Колхозыбыҙ рәйесе Ҡыуатов һәр эшсегә 3-әр кг он бирҙертте. Ул үҙе генә лә ҙур байрам ине. Ял көнө мәктәптә һайлау үтте.
Атайым менән әсәйем, өйҙәге эште тамамлағас, мине эйәртеп, һайлауға киттек. Ҡаршыға һайлап ҡайтып килгәндәр осрай. Бүлмәгә барып индек. Атайым менән әсәйемә күрше класҡа инергә ҡуштылар. Унда барып инеүебеҙ булды, тәмле икмәк еҫе мине: “Әсәй, бында икмәк еҫе сыға!” – тип ҡысҡырып ебәрергә мәжбүр итте. Әсәйем йылмайып ҡына башымдан һыйпаны ла: “Әгәр апайыңдар бирһә, ашарһың”, – тине. Мин ике апайҙан күҙ ҙә алмай тамшана-тамшана ишек төбөндә күҙәтәм. Апайҙар һайлаған кешеләргә ике йөҙ грамлыҡ күмәс, икешәр кәнфит һәм яртышар стакан араҡы ҡойоп биреп торалар ине. Теләгәндәргә колхоздың ҙур самауырынан шәкәрле сәй ҙә бирәләр. Атайымдар ҙа, ашамлыҡтарҙы алып парта артына ултырғас, яндарына саҡырҙы. Шул ваҡыт бер апай миңә бер күмәс һәм дүрткел кәнфит бирҙе. Мин ҡыуаныстан ҡатып торғанда, әсәйем саҡырып алды. Беҙ өсөбөҙ ҙә икмәктәрҙең әҙерәк өлөшөн ашағас, ҡалғанын кеҫәләргә һалып, ҡайтып киттек. Әсәйемә: “Марат, Морат ҡустыларыма үҙемдең икмәк менән кәнфитте ашатам”, – тип өйгә йүгерҙем. Ике ҡустыма ҡалған икмәкте бүлеп, берәр кәнфитте биргәйнем, улар таҡта түшәлмәгән иҙәнебеҙҙә ултырып, ҡыуаныша-ҡыуаныша ашанылар. Иртәгеһенә, иртәнге эш бөткәс, әсәйемә: “Әйҙә һайлауға киттек”, – тип әйтеүемә ул: “Һайлау башҡа булмай”, – тигәс, мин бик бойоҡтом. Был хәлгә алтмыш йылдан да ашыу ваҡыт үтеп китте.
Хәҙер халыҡтың көнкүреше һм әхлаҡи торошо, мин яҙып үткән осор менән сағыштырғанда, ныҡ ҡына айырыла. Шарттар бик ныҡ яҡшырҙы. Әгәр эсмәһәң, һаулығың булһа, мул тормошта йәшәргә мөмкинселектәр күп. Ни тиһәң дә, батша власы осорондағы йәки үткән быуаттың илленсе йылдарына тиклемге дәүерҙәге үлемесле тормош түгел. Ул ваҡытта эшселәр, крәҫтиәндәр үҙҙәренең эш хаҡының ундан бер өлөшөн дә алманылар.
Хәҙерге ваҡытта теләһәң – ялланып эшлә, теләһәң – үҙ эшеңде ас, йә булмаһа үҙ алдыңа күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫра. Төҙөлөшкә килгәндә, өй төҙөйһөңмө, завод-фабрика һалаһыңмы – барыһына ла рөхсәт.
Мин был һүҙҙәрҙе нимәгә иҫкә алам? Йыш ҡына хөкүмәткә, чиновниктарға үсегеп, үҙ тунын үҙҙәре яғыусылар бар. Бер эш тә ҡыбырлатмай, йыл әйләнәһенә һоранып эсеүселәрҙең күбәйеүе аяныслы, хатта һайлауҙарға ла 30-40 процент халыҡ йөрөмәй башланы бит. Берҙәм, татыу, күмәкләп хәл иткәндә генә ул-был тормош мәсьәләһен яҡшыртып була. Бының өсөн кешелекле булыу ғына кәрәк.
Самат Бикбирҙин, хеҙмәт ветераны.
Темәс ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.