Наркоманиянан һаҡлау
өсөн
Балаларҙы, йәштәрҙе
наркоманиянан һаҡлау, наркомандарҙы
билдәләү өсөн районда наркотест үткәрелә
башланы. Был профилактик сара “Баймаҡ”
ауыл хужалығы техникумында тамамланды.
Артабан ул 105-се һөнәрселек училищеһында
үткәреләсәк.
Шүлкәләр Яңы йыл
ҡаршылаған
26 ноябрҙә Һижри календарь
буйынса 1433 йыл башланды. Шүлкә ауылы
мәсетендә китапханасы Айгөл Моталлапова
менән сараның бағыусыһы имам-хатип
Юламан Раев ошо календарь буйынса Яңы
йыл кисәһен үткәргән. Унда әсәй-өләсәйҙәре
менән мәктәпкәсә йәштәге балалар
саҡырылған. Башта аят бағышланған,
балаларға бүләктәр таратылған, сәй
табыны ойошторолған.
Әсәләр нур сәсәләр
Аҡморон мәҙәниәт йорто
хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ауыл
китапханаһында Әсәләр көнөнә бағышланған
кисә үтте. Йыр-моң, уйын-көлкө, фәһемле
фекерҙәр менән һуғарылған сараға күп
балалы, инвалид бала тәрбиәләгән,
патронат ғаилә әсәләре саҡырылды.
Ағинәйҙәрҙең дә әүҙем ҡатнашыуы кисәгә
йәм өҫтәне.
А. Иҙелбаева.
Ж.Кейекбаевтың тыуыуына
– 100 йыл
3-сө мәктәптә Ж.Кейекбаевтың
тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған башҡорт
теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үтте. Һәр
уҡытыусы дәрестәрендә уны телсе-ғалим
ғына түгел, фольклорсы, әкиәтсе, прозаик
булараҡ та асты. Аҙналыҡ әҙәби кисә
менән тамамланды.
В. Иҙрисова.
Акцияға ҡушылып
Ишбирҙелә Бөтә Рәсәй
“Спорт – насар ғәҙәттәргә ҡаршы”
акцияһына ҡушылып, мәктәп уҡыусылары
һәм уҡытыусылары Түңәрәк һаҙ туғайына
йыйылып, күңелле спорт ярыштары үткәрҙе.
Улар санала уҙышыу, туп менән хоккей
уйнау, йүгереү һ.б. буйынса көс һынашты.
Р. Халиҡова.
Беҙ айыҡ тормош яҡлы!
Кәрешкә ауылы клубында
“Беҙ айыҡ тормош яҡлы!” исемле сара
үтте. Клуб мөдире Тәнзилә Йәнтилина
эскелек һәм тәмәке тартыуҙың насар
эҙемтәләре тураһында сығыш яһаны. Йәштәр
ике командаға бүленеп тапҡырлыҡта көс
һынашты, интермедиялар күрһәтте. Кисә
һуңында “Ярым айыҡтар” командаһы
еңеүсе тип табылды.
В. Казарбаева.
Хроника
Башҡортостан Республикаһы
мәғариф министрлығы бойороғона ярашлы,
Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы урта
профессиональ белем биреү дәүләт
учреждениеһы директоры вазифаһына
Хәсәнова Гөлнара Марат ҡыҙы тәғәйенләнде.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.