4 дек. 2011 г.

Коммуналь хужалыҡтарҙа

Йорт советтары эш башлай
Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ Кодексына 1 октябрҙән үҙгәрештәр индерелде. Шуларҙың береһе – күп ҡатлы йорттарҙа йорт советтары төҙөү. Был тәңгәлдә Баймаҡ ҡалаһында ла ойоштороу эштәре киң йәйелдерелде.

Дөйөм йыйылыштарҙа йорт советтары рәйестәре һайланғандан һуң, уларға ҡыҫҡа ваҡытлы уҡыуҙар ойошторолдо. Унда ҡалалағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары етәкселәре, белгестәр сығыш яһаны, торлаҡ Кодексында ҡаралған талаптар менән таныштырҙы.
– Ҡалала торлаҡ милекселәре ширҡәттәре ойошторолмаған йорттарҙа йорт советтары төҙөлдө, улар бөгөн – 24, – тине ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин. – Илдә барған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса үҙгәртеп ҡороуҙың төп маҡсаты – һәр кем үҙе йәшәгән йортҡа хужа булырға һәм проблемаларҙы бергәләп хәл итергә тейеш. Ҡалала йорт советтары ойошторолған икән – улар эшләргә тейеш. Беҙ иһә үҙ сиратыбыҙҙа уларға бөтә яҡлап та булышлыҡ итәсәкбеҙ.
Йорт советтары рәйестәре үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуаптар алды. Ҡайһы бер мәсьәләләр артабанғы тикшереүҙе, өйрәнеүҙе талап итә, шунлыҡтан улар тейешле органдар тарафынан яҙып алынды. Күптәр электр энергияһы көсөргәнешенең түбән булыуына зарланды. Район электр селтәре мастеры З.А. Әбсәләмов быға яуап итеп, күп ҡатлы йорт эсендәге электр селтәре идарасы компанияларға күсерелгән, шунлыҡтан техник яҡтан да хеҙмәтләндереү улар яуаплылығында, тип белдерҙе.
Муниципаль район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлегенең баш белгесе Й.А. Йәғәфәров авария, янғын йәки башҡа хәүеф тыуған осраҡтарҙа махсус хеҙмәттәр менән бәйләнешкә инеү кәрәклеген иҫкәртте. Янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге инспекторы И.Х. Хәмитов был фекерҙе дауам итеп, бигерәк тә күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр янғын хәүефһеҙлеген күҙәтергә тейеш, тип белдерҙе. Балкондарҙа, подъездарҙа тәмәке тартыу ҡәтғи тыйыла.
Йорт советы рәйесе Б.А. Шаһиев йылылыҡ өсөн йыл әйләнәһенә түләттереү һәм файҙаланылған уңайлыҡ өсөн иҫәп-хисап баланстарында аңлашылмаусанлыҡтар мәсьәләһен күтәрҙе, уны иҫәпләү тәртибен яңынан ҡарап сығыу мөһимлеген белдерҙе.
Эсәр һыу – Баймаҡ ҡалаһы халҡының төп проблемаларының береһе. “Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры О.А. Наздрачев, киләһе йылдан файҙаланған һыу өсөн халыҡ айырым түләй башлаясаҡ, тип белдерҙе. Бының өсөн айырым килешеү төҙөләсәк. Юғиһә, һыу өсөн түләмәйенсә уның менән иркенләп тотоноусылар бар. Бурыслылар йәшәгән урамдарҙа, законға ярашлы, һыу колонкалары алына башланы. Йорт советы рәйесе Л.И. Савченко үҙҙәре йәшәгән йорттағы селтәрҙә авария булыу сәбәпле, подвалды һыу баҫты, был үҙе үк эсәр һыуҙы юғалтыу, ә беҙҙең фатирҙа – дымлы, тип борсолдо.
БРСУ директоры И.И. Ғәтиәтов рәйестәрҙән йорттарҙа йәшәүселәргә сүп-сар түгеү контейнерҙарына шыйыҡ ҡалдыҡтар түкмәһәгеҙ ине, тигән үтенесен еткереүҙе һораны. Берәҙәк эттәргә ҡаршы профилактика сараһы йыл әйләнәһенә дауам итәсәк. Ә ҡаланы төҙөкләндереү буйынса бар саралар ҙа күрелә. Ошо көндәрҙә предприятие ике трактор һатып алған.
Баймаҡ ҡалаһында тағы ла бер “Йәм” («Уют») идарасы компанияһы ойошторолған. Был идарасы компаниялар араһында конкуренция тыуҙырасаҡ, уларҙың эшмәкәрлеген яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк. Кәңәшмә һуңында йорт советтары рәйестәренә таныҡлыҡтар тапшырылды.
Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.