4 дек. 2011 г.

Рәсми бүлек

Аяуһыҙ һынауҙарға бирешмәгән кешеләр
Район хакимиәте башлығының Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә ҡарата мөрәжәғәте
Халыҡ-ара инвалидтар көнө илебеҙҙә яҙмышына күп һынауҙар, ҡаршылыҡтар тура килгән, һәр көнө көрәш менән үткән ҡәрҙәштәребеҙгә йәмғиәттең, властың, бизнестың иғтибарын йүнәлтеү өсөн үткәрелә.
Һәр илдең миһырбанлығы, хәстәрлеге уның балаларға, ҡарттарға, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә булған мөнәсәбәтенә ҡарап баһалана. Бөгөн, яҙмыш һынауы буйынса инвалид булған яҡташтарыма мөрәжәғәт итеп, районыбыҙҙа һәм республикала һеҙ үҙегеҙҙе кәрәкһеҙ итеп тоймауығыҙҙы, маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырыуығыҙҙы теләгем, йәмғиәтебеҙҙең терәк-таянысын тойоп йәшәүегеҙ өсөн бик күп эштәр башҡарылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә.
Шуныһы ҡыуаныслы, һеҙҙең күптәрегеҙ бер ниндәй ҡаршылыҡтарға бирешмәй тулы тормош менән йәшәй: тырышып эшләй, спорт менән шөғөлләнә, мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Беҙҙең бурысыбыҙ – ошондай матур ынтылыштарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итеү.
Бар яҡташтарымды кешенең һыҙланыу-хәсрәттәренә һиҙгер, бигерәк тә инвалидтарға ҡарата шәфҡәтле һәм миһырбанлы булырға саҡырам. Халыҡ-ара инвалидтар көнө айҡанлы иң изге теләктәремде ҡабул итегеҙ. Бәхет, ғаилә именлеге һәм күңел тыныслығы һеҙгә!
И. Ситдыҡов,
муниципаль район хакимиәте башлығы.



Район Советы ултырышы үтте
Шишәмбелә Баймаҡ районы муниципаль район Советының 36-сы ултырышы үтте. Көн тәртибенә биш мәсьәлә сығарылды. Ултырышты муниципаль район Советы рәйесе Д.Ю. Сәйғәфәрова алып барҙы.
Депутаттар иң тәүҙә “Баймаҡ районы муниципаль районы Уставына өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы ҡарар проекты менән танышты һәм уны ҡабул итте. Икенсе мәсьәлә – 2012 йылға ҡайһы бер эшмәкәрлек төрҙәре өсөн көтөлгән килемгә берҙәм һалым буйынса территориаль финанс идаралығы начальнигы Р.И. Сирғәлин сығыш яһаны.
Ултырышта муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары К.П. Замотаев әлеге ваҡытта республика етәкселеге тарафынан алып барылған социаль сәйәсәт тураһында һөйләп, халыҡты арзан торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләренә туҡталды. Планға ярашлы, социаль торлаҡ буласаҡ ерҙәрҙә инженер селтәрҙәре республика бюджеты иҫәбенә төҙөлһә, бушлай ер участкалары биреү мәсьәләһен урындағы власть органдары хәл итә. Әлеге ваҡытта проект-смета документацияһы төҙөү эштәре башҡарыла. Һөҙөмтәлә, атап үтелгән социаль программаны бойомға ашырыу тураһында ла район Советы ҡарары булды.
Унан һуң район Советы секретары Р.З. Ишбулатов сығыш яһап, Башҡортостан Республикаһының 2011 йылдың 30 майындағы “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ауыл хужалығы малдарын көтөү тәртибе тураһында”ғы 404(з)-се законына һәм 2011 йылдың 23 июнендә ҡабул ителгән Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Башҡортостан Республикаһы Кодексына тәҡдимдәр индереү кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Был юҫыҡта хәл ителәһе мәсьәләләр байтаҡ. Мәҫәлән, штраф кардаларына бикләнгән малды ҡарау тәртибе яйға һалынмаған. Быйыл сәсеүлектәрҙе тапаған өсөн бикләнгән мал крәҫтиән-фермер хужалыҡтары йәки ауыл биләмәләре иҫәбенән тәрбиәләнгән. Тотонолған сығымдарҙы мал хужаларынан кире ҡайтарыу механизмы юҡ. Шулай уҡ ҡайһы берәүҙәр бикләнгән малдарын штраф кардаларынан килеп алмай, шунлыҡтан уларҙы ҡабат сығарып ебәрергә тура килә. Депутаттар Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе К.Б. Толкачев исеменә закон положениелары эшләү буйынса ходатайство ебәрергә ҡарар итте.
Муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары З.Т. Ушанов киләһе йылға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса тарифтар тураһында һөйләне.
Ултырыш һуңында муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов сығыш яһаны. Ул яҡын киләсәктә төбәкте комплекслы үҫтереү программаһында ҡаралған эштәрҙән тыш, ҡаланы төҙөкләндереү һәм иҫтәлекле урындарҙы тәртипкә килтереү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе, тип билдәләне һәм башҡа мәсьәләләрҙе күтәрҙе.
Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.


Эшҡыуарҙар өсөн семинар
2011 йылдың 6 декабрендә Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты хужалыҡ итеүсе субъекттар өсөн аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙарҙы, шул иҫәптән алкоголь продукцияһы һатыу (лицензия алыу, декларация биреү), төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү, ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау өлкәһендәге ғәмәлдәге ҡануниәт талаптарын аңлатыу буйынса семинар үткәрә. Семинар барышында предприятие етәкселәре, шәхси эшҡыуарҙар сауҙа өлкәһе эшмәкәрлегенә ҡағылышлы һорауҙар бирә ала. Ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһын да сарала ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Семинар муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында (Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 36) сәғәт 10-да үтәсәк. Белешмәләр өсөн телефон: 3-17-46.


Ҡулланыусылар хоҡуғы буйынса консультация
6 декабрҙә “Мегаполис” сауҙа үҙәгендә 14.00 сәғәттә Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты белгестәре тарафынан ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау, тауар һатыу һәм хеҙмәт күрһәтеү ҡағиҙәләре мәсьәләләре буйынса консультация ойоштороласаҡ. Унда ҡулланыусылар хоҡуҡтарын боҙоу, тауар һәм хеҙмәттәргә ҡарата талаптар ҡуйыу ваҡыты, аҡсаны кире ҡайтарыу, тауарҙы ремонтлатыу гарантияһы һ.б. тураһындағы һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә була. Белешмә өсөн телефон: 3-17-46.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.