Тағы ла ике күп бала
тәрбиәләгән ғаилә торлаҡ сертификаты
алып ҡыуанды
Беҙҙең республикала
күп балалы ғаиләләргә ярҙам йәһәтенән
байтаҡ эштәр башҡарыла. «Башҡортостан
Республикаһында күп балалы ғаиләләрҙе
дәүләт яҡлауы тураһында» закон проектына
ярашлы, биш һәм унан да күберәк балиғ
булмаған йәштәге бала тәрбиәләүсе
ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға
йүнәлтелгән программа эшләп килә. Махсус
социаль түләүҙәр бирелә, ә уны алыу
хоҡуғы торлаҡ сертификаты менән нығытыла.
1 декабрҙә ошондай оло
бүләк Күсей ауыл биләмәһенең ике
ғаиләһенә – Раушания менән Дәүләт
Ишбирҙиндарға (Күсей) һәм Ринат Хөсәйеновҡа
(Иҫәнбәт) тапшырылды. Сертификаттың
күләме 1 миллион ярым һум самаһы тәшкил
итә. Ҙур ҡыуаныс кисергән ғаиләләргә
дәүләт ярҙамын маҡсатлы тотоноп,
балаларының тик шатлыҡтарын күреп,
уңыштарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын.
Айбулат Ишназаров.
Автор фотоһы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.