Милләт-ара татыулыҡ
йылына арналған шиғырҙар конкурсы
тамамланыуға бара. Декабрь урталарында
уға йомғаҡ яһаласаҡ. Ваҡыт аҙ ҡалды,йәш
ижадсылар, әүҙемерәк булығыҙ!
Татыу ғаилә кеүек
Илемдә төрлө милләттәр
Бергәләп татыу йәшәй.
Әйтерһең, улар – балалар,
Ә Башҡортостан – әсәй.
Беҙҙән ҡунаҡсыл халыҡ
юҡ –
Матур ҡаршы алабыҙ,
Түрҙә генә ҡунаҡ итеп,
Бейеп кенә торабыҙ.
– Һин – татар, ә һин –
урыҫ, – тип
Береһен ситкә ҡаҡмайбыҙ.
Нисә быуат дуҫ йәшәйбеҙ,
Илде бергә һаҡлайбыҙ.
Шулай йәшәй беҙҙең
халыҡ:
Дуҫым ҡулы – усымда.
Ыҙғыш-талаш күргәнем
юҡ,
Булмаһын бер ҡасан да!
Илмир Ғәлиев,
Ишмырҙа урта мәктәбенең
8-се класс уҡыусыһы.
Бергә йәшәү еңелерәк
Беҙҙең ил – Башҡортостан,
Ә милләтебеҙ – башҡорт.
Татыулыҡта көн итәбеҙ
Урыҫ, татар, йә удмурт,
Сыуаш, әрмән, йә ҡаҙаҡ
—
Һанарға етмәй бармаҡ...
Гөрләп торабыҙ эштә,
Ялда һәм көнкүрештә.
Башҡорт халҡы динле
лә,
Һыйҙыра һәр кемде лә.
Татыулыҡ өсөн кәрәк
Бигерәк оло йөрәк.
Ундай йөрәк беҙҙә бар,
Илебеҙ ҙә түгел тар.
Биләмәбеҙҙе биҙәп,
Йәшәйҙәр төрлө милләт!
Рәсәй ҡыйғыр ҡош булһа,
Ә беҙ – уның ҡанаты.
Бергә йәшәү еңелерәк,
Барыр юлыбыҙ яҡты.
Рәзинә Бикташева.
Темәс ауылы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.