4 дек. 2011 г.

Ихтыяр көсөнөң сере бына ниҙә!
Был утрауҙа, әйтерһең дә, тормош туҡтап ҡалған: шундай һиллек, йылылыҡ ипкене бөркөлә, барлыҡ изге көстәр ошонда ғына тупланған, тиерһең. Бер мәлгә генә һуғылып, ҡайнап торған тормош ығы-зығыларынан азат булдыҡ, йылылыҡ, серлелек, изгелек иленә сәйәхәт ҡылдыҡ. Ул утрау тигәнем Семеновск ауылындағы аҡ ҡына йорт булһа, ошо изгелек нурҙарын бөркөүсе әхирәт-аҙаштар – Байназарова һәм Абдуллина Венера инәйҙәр ул. Маҡсатым физик мөмкинлеге сикләнгән Венера Байназарова тураһында яҙыу ине.


Ул Хәйбулла районы ҡыҙы булһа ла, атаһын Семеновск ауылына эшкә ебәреүҙәре сәбәпле, ғаиләләре менән бында килеп төпләнәләр. Венера инәйгә ул саҡта ни бары 6 ғына йәш була. Өс малай, бер ҡыҙ үҫәләр. Ҡәһәрле һуғыш ҡара ауын ергә япҡас, балалар аталарын 1941 йылда яуға оҙата. Ул 1942 йылдың 9 майында хәбәрһеҙ юғала, әммә был ҡағыҙ ҡәҙерлеләре ҡулына ни бары 1947 йылда ғына килеп эләгә. “Әсәй дүрт баланы яңғыҙы көттө, уҡытып кеше итте”, – тип бала сағын һуғыш урлаған йылдарҙы иҫкә алғанда инәйҙең һыңар күҙенән йәштәр субырлап ҡойолдо. Эйе, һыңар. Сөнки бер күҙе уның бәләкәй сағында уҡ һуҡырайған. Яйлап был тарихты ла инәй үҙе бәйән итте.
– 1946 йылда әсәйемдең бер туған ҡустыһы һуғыштан украин ҡатынын эйәртеп ҡайтты. Ул яу яланында медсестра булған икән. Беҙҙә торҙолар ҙа, ҡыш үткәс, Баймаҡҡа күсенделәр. Ә 1948 йылда улар еңгәйҙең тыуған яғына – Украинаға күсеп киттеләр. Шунда ул беҙгә бер йәшник дарыу ҡалдырҙы. Әсәйем уларҙы оҙатышырға тип сыҡҡан арала мин тиҙ генә баяғы дарыуҙарҙы ҡарайым әле, тип аҡтара башлағайным, 1 ампула табып алдым. Уны тотоп ҡарап тора инем, шартлап китеп, бер ярсығы күҙемә ҡаҙалды. Күҙемдән ҡан туҡтауһыҙ аға башланы. Әсәйем килеп инде лә шәфҡәт туташына алып барҙы. Ул: “Ҡыҙың һуҡыраясаҡ”, – тигәс, ышанмай, мине Магнитогорск ҡалаһына алып китте. Улар күҙҙең ағы ағып бөткәс, быяла ҡуйырбыҙ, тинеләр. Күҙем һуҡырайҙы. Быяла ҡуйҙыртманым. 1948 йылдан алып бер күҙ менән йәшәйем.
8 класс тамамланым. 16 йәшемдән төрлө эштә эшләнем: лаборантка булдым, заводта ла тир түктем. Һуң ғына кейәүгә сыҡтым. Тормош иптәшемдең 4 балаһы ла мин тип өҙөлөп торҙо, әле лә яҡын күрәләр, ҡунаҡҡа киләләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙемдең балам булманы. Бабайым мәрхүм булғас, икенсегә сыҡтым. Уның менән дә дүрт йыл ғына матур йәшәп ҡалдыҡ – ер ҡуйынына һалдым. Икенсе бабайымдың балалары ла мине онотмай, ярҙамдан, иғтибарҙан мәхрүм итмәйҙәр. Әле 76 йәштәмен. Аллаға шөкөр, күрше, туғандарым, иптәштәрем һәйбәт, бергә-бергә эшләнек. Алты йыл район депутаты, 9-сы биш йыллыҡтың ударнигы, социалистик ярыш еңеүсеһе булдым, маҡтау ҡағыҙҙарым да байтаҡ, – тип күтәренке генә кәйеф менән тамамланы һүҙен инәй. Ул арала аҙашы – Венера Ҡорбан ҡыҙы ла һүҙгә ҡушылды:
– Беҙ хәҙер 50 йыл әхирәттәр. Хатта апалы-һеңлеле кеүекбеҙ. Берәй нәмә эшләйек, тип килеп инһәм, ул уйлап та тормай: “Әйҙә һуң!” – тип шунда уҡ һикереп тора. Тормошта ышаныслы ҡатын-ҡыҙ ул. Балалары ла яратып, байрамдарҙа килеп ҡотлап торалар.
...Бына шундай шәп ҡатын-ҡыҙҙар, ысын әхирәттәр йәшәй икән Семеновск ауылында. 50 йыллыҡ дуҫлыҡ хаҡында мәҡәлә генә түгел, шиғыр, ҡобайыр ҙа хатта аҙ кеүек! Шундай бөйөк көс алдында мөмкинлегеңдең сикле булыуы сүп кенәлер ул! Венера инәйҙең ихтыяр көсөнөң сере лә, бәлки, таяныр, төрлө ваҡытта ла һине ташламаҫ, аңлар терәгең булыуҙалыр, моғайын.
Айгөл Иҙелбаева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.