Саң һурҙырғыс Ишмырҙаға
юллана
«Һаҡмар» гәзитенә
яҙылыу буйынса сираттағы уйында Шүлкә
ауылынан Юламан Раев әҙерләгән дини
китаптарҙың хужалары түбәндәгеләр
булды: аят төшөрөлгән панно – Ниғәмәт
ауылынан Урал Кәримовҡа, 2012 йылға башҡорт
телендә дини календарь – Аҡтауҙан
Ф.Арыҫланбаеваға, “Намаҙ уҡыу тәртибе”,
“Шүлкә” китаптары – Төркмәндән
С.Гуватоваға, “Иман. Әхлаҡи ҡиммәттәр”
китабы – Бикештән Рәмил Бүләкәровҡа
эләкте.
Беренсе Этҡол ауыл
биләмәһе хакимиәте әҙерләгән сәй
сервизына Баймаҡтан Айрат Ҡаһарманов
(Чернышевский урамы,17) эйә булды.
Төп приз – “Һаҡмар”
редакция-нәшриәт комплексы ҡуйған саң
һурҙырғыс Ишмырҙанан Зәкир Байғотлиндың
йортонда тоғро хеҙмәт итер, тип ышанабыҙ.
Бүләк отҡан кешеләрҙең
приздарын 6 декабрҙә сәғәт 11-ҙә Матбуғат
йортона килеп алыуҙарын һорайбыҙ.
Киләһе отош 13 декабрҙә
буласаҡ. Унда төп бүләк – беҙҙең даими
бағыусыбыҙ, районыбыҙҙың иң эре төҙөлөш
ойошмаһы “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы әҙерләгән
микротулҡынлы мейес уйнатылсаҡ. Шулай
уҡ башҡа приздар — “Бәхетле” димләү
агентлығынан бүләк сертификаты, «Filips»
электр яҡтыртҡысы, “Һаҡмар” гәзитендә
киләһе йылда бер тапҡыр бушлай ҡотлау
биреү һ.б. буласаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.