2 дек. 2011 г.

Р.З. Хәмитов: «Халыҡ өсөн эшләргә!»



Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика парламентының 45-се ултырышында ҡатнашты һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға “Халыҡ өсөн эшләргә!” тигән Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Түбәндә Мөрәжәғәтнамәнең төп өлөштәренә байҡау яһаныҡ.


“Әлеге ваҡытта беҙҙең алда торған төп проблема – республиканың иҡтисади ҡеүәтенең беҙҙең граждандарҙың йәшәү кимәле менән тап килмәүе. Беҙ ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә, урман, һыу ресурстарына, ҡаҙылма байлыҡтарға бай төбәктә йәшәйбеҙ. Ә шунда йәшәүсе кешеләр бәләкәй генә эш хаҡы ала, иҫке йорттарҙа йәшәй, хеҙмәте лайыҡлы баһаланмай.

Яҡын киләсәктә беҙ республика байлыҡтары һәм уның иҡтисади потенциалы ябай кешеләр мәнфәғәтенә эшләһен өсөн тырышырға тейешбеҙ. Бының өсөн властың һәм иҡтисади структураларҙың халыҡҡа йөҙ менән боролоуы шарт. “Халыҡ өсөн эшләргә” – ошо өс һүҙ властың артабанғы көндәлек эшен дә, оҙайлы стратегияһын да билдәләй.

Власть асыҡ һәм һәр кемгә яҡын булырға тейеш. Беҙгә власть вәкилдәре халыҡтан алыҫ торған һәм үҙҙәренең мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡан коррупционер бюрократтар тигән стереотипты емерергә кәрәк. Быны эшләү еңел түгел. Ләкин шунһыҙ, кешеләрҙе үҙебеҙҙең әүҙем союзниктарыбыҙға әйләндермәйенсә, бер маҡсатыбыҙға ла ирешә алмаясаҡбыҙ.

Халыҡты алдауҙан туҡтарға ваҡыт. Яһалмалыҡты, ярамһаҡланыуҙы туҡтатырға. Намыҫлы булырға. Әгәр проблема бар икән, уның хаҡында һөйләргә кәрәк, өндәшмәй ҡалыу ярамай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шундай фекер тамыр йәйгән: властың төп бурысы – проблемаларҙы йәшереү һәм уңыштарҙы ғына күрһәтеү. Юҡ. Властың бурысы бөтөнләй икенсе – проблемаларҙы хәл итеү.

Беҙ кешеләрҙең барыһына ла намыҫлы хеҙмәт менән йәшәргә мөмкинлек бирергә тейешбеҙ. Бөтә ерҙә лә: ауылдарҙа, ҡалаларҙа, Өфөлә, Урал аръяғында яңы эш урындары, заманса производстволар булдырырға кәрәк.

Оҙаҡламай Ейәнсура һәм Баймаҡ райондарында төҙөлә башлаған мегафермаларҙы мотлаҡ сафҡа индерәсәкбеҙ. Улар эре, ҡеүәтле һәм заманса комплекстар.

Ағымдағы йыл яҡшы уңыш үҫтерә алыуыбыҙҙы күрһәтте. Ләкин уны йыйып алырға техника ла кәрәк бит әле. Был проблеманы беҙ системалы рәүештә хәл итә башланыҡ. Быйыл аграрийҙар тарафынан һатып алынған ауыл хужалығы машиналары хаҡының 40 процентына тиклеме республика бюджетынан компенсацияланды. Ауыл хужалығы техникаһы паркын етди яңыртыу талап ителә.

Республикала йәштәр араһында эшһеҙлек иң киҫкен проблемаларҙың береһе булып ҡала. Юғары уҡыу йортон йәки техникум тамамлаған йәш һәм тәжрибәһеҙ белгес бер кемгә лә кәрәкмәй. Кисәге студент ҡайҙан тәжрибә алһын?!

Оло йәштәге кешеләр ҙә элеккесә социаль яҡланмаған төркөмдәрҙең береһе булып ҡала. Быйыл хеҙмәт пенсияларының 9, социаль пенсияларҙың 10 процентҡа артыуы уларҙы артыҡ байытманы.

Күп кенә райондарҙа һыу сығанаҡтары ныҡ бысранған. Ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа һыу менән тәьмин итеү системалары иҫкереп туҙған, ҡайһы бер урындарҙа төҙөлмәгән дә. Республиканы һыу менән тәьмин итеү комплекслы программаһын ҡабул итергә кәрәк.

Бынан тыш, ауылдарҙы төҙөкләндереү менән дә шөғөлләнергә кәрәк: юлдарҙы нығытырға, төп урамдарҙы асфальтларға, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондары булдырырға. Быйыл көҙгөһөн беҙ һәр ауыл биләмәһенә төҙөкләндереү маҡсатында 200 мең һум күләмендә аҡса бүлдек. Республикала 800-ҙән ашыу ауыл биләмәһе бар. Улар урындарҙағы власть һаналһа ла, бер ниндәй ҙә көскә эйә түгел. Һәм улар аҡсаһыҙ. Финанс булмайынса нимә эшләргә була?!

Балалар баҡсалары етешмәү проблемаһы ла киҫкен тора. Алдағы өс йылда, 2011 йылды ла индереп, балалар баҡсаларында 25 мең урын булдырыу талап ителә.

Дөйөм алғанда, әгәр эшебеҙҙең төп маҡсаты кешеләр һәм уларҙың мәнфәғәтен күҙәтеү булһа, беҙ күп нәмәне үҙгәртә алабыҙ. Бәлки, бер-ике йылдан булмаһа ла, өс-дүрт йылдан республикабыҙҙың һәр кешеһе үҙенең йәшәйеше яҡшырыуын тоясаҡ – тойорға тейеш.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.