РФ Дәүләт Думаһына
депутаттар һайлауҙа һайлау бюллетендәре
нәшриәт ойошмалары тарафынан Башҡортостан
Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы
заказы буйынса баҫыла. Ошо юлы һайлауҙарға
бөтәһе 3 миллион 67 мең 700 бюллетень
әҙерләнәсәк.
Бюллетендең формаһы һәм
тексы Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау
комиссияһы ҡарары менән раҫлана.
Башҡортостан
Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы
ҡарары буйынса Дәүләт Думаһына депутаттар
һайлауға бюллетень тексы өс телдә: русса
(дөйөм күләмдең 78 проценты), башҡортса
һәм татарса (22 процент) баҫыласаҡ.
Закон менән бюллетендәрҙе
ялғандарынан һаҡлау ҙа ҡаралған. Алдағы
һайлауҙа махсус һаҡлау маркаһы
ҡулланыласаҡ. Марка һайлау бюллетененең
уң яҡтан өҫкө мөйөшөндә йәбештереләсәк.
Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары
ҡулланғанда марка бюллетендең кире
яғында йәбештереләсәк. Маркаһыҙ
бюллетендәр билдәһеҙ формалағы бюллетень
һанала һәм тауыштарҙы һанағанда
иҫәпләнмәй.
Шулай уҡ һәр бюллетенгә
участка комиссияһының ике ағзаһы ҡул
ҡуя һәм ул мисәт менән раҫлана.
Һайлау бюллетенендә
ете партияның ҡыҫҡаса исеме һәм бер
төрлө төҫтәге эмблемалары күрһәтелә.
Сәйәси партия атамаһы аҫтында уның
исемлегенең дөйөм федераль өлөшө, унан
һуң төбәк төркөмө исеме һәм исемлектең
төбәк өлөшө килә (унда тәүге өс кандидаттың
фамилияһы, исеме, атаһының исеме яҙыла).
Сәйәси партия атамаларынан
уң яҡта буш шаҡмаҡтар урынлаша. Шул
шаҡмаҡтарҙың береһенә ниндәйҙер бер
билдә ҡуйып, һайлаусы конкрет кандидаттар
исемлеге өсөн тауыш бирә.
Тауыш биреүҙәр
тамамланғас, хәл иткес тауышҡа эйә
булған участка һайлау комиссияһы
ағзалары ҡулланылмаған һайлау
бюллетендәрен һанай һәм уларҙың һул
яҡтан түбәнге мөйөшөн ҡырҡып, ғәмәлдән
сығара.
Башҡортостан
Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.