2 дек. 2011 г.

Беҙҙең почта

7 йәшлек меценат

Әмин ауылында йәшәүсе Рифат Халиҡов йәш меценат булып танылған. Быйыл ул урындағы балалар баҡсаһы менән хушлашты һәм 1-се класҡа уҡырға барҙы. 


Рифат йәй буйы ағаһы менән бергәләп үҙенең баҡсаһында 6 түтәл сөгөлдөр, 4 түтәл кишер, кәбеҫтә үҫтерҙе. Уңыш йыйыр мәл еткәс, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе кескәй дуҫтарын саҡырып, бергәләп йәшелсәне йыйып алдылар. “Дуҫтарым ауырымай, һау-сәләмәт үҫһендәр һәм тиҙерәк мәктәпкә килһендәр. Бәләкәстәргә үҫер өсөн витаминдар бик кәрәк”, – ти ул.


Булдыҡлы малай, үҙе үҫтергән йәшелсәнең бер өлөшөн һатып, шул аҡсаға кескәй дуҫтарына уйынсыҡтар, китаптар, ҡурсаҡ, машина, өҫтәл уйындары алып бирҙе. “Атайым да бит балалар баҡсаһына ярҙам итеп тора, мин дә уға оҡшарға тырышам”, – ти Рифат.

Р. Халиҡова.





Ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте

Ауылыбыҙҙа быйыл, Аллаға шөкөр, эсеп йөрөгән кеше һирәк күренә. Шулай итеп, Алла бойорһа, беҙҙең Ишбирҙе лә айыҡ ауылдар исемлегенә инеп китер, тигән өмөт менән йәшәйбеҙ.

Беҙ, ауылдың оло йәштәге инәйҙәре, “Хәтирә” фольклор ансамбле булып ойошҡанбыҙ. Мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләүсе ҡыҙыбыҙ Ләйсән Дәүләткилдина ойошторған бер саранан да ситтә ҡалмайбыҙ.

Әле яңыраҡ ҡына ауылда “Ҡаҙ өмәһе” байрамы үткәрҙек. Клара Сәйфуллина үҫтергән 17 ҡаҙҙы халҡыбыҙҙың борондан килгән матур көҙ байрамы итеп ойоштороп, мәктәп уҡыусыларына, уҡытыусыларға күрһәттек. Уҡыусылар өмә барышын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте, малайҙарға ҡаҙҙы салыу йолаһы күрһәтелде, ҡыҙҙар ҡаҙҙың йөнөн йолҡоп ҡараны, эре йөнөн һыҙырыу, тәпәй таҙартыу буйынса ярыш та ойошторолдо. Байрам йыр, таҡмаҡ, шиғыр менән һуғарылды. Уҡыусыларға иң ҡыҙығы, моғайын, ҡаҙҙарҙы көйәнтәләп йылғаға алып барыу булғандыр. Ағым һыуҙа ҡаҙҙарҙы сайып алып ҡайттыҡ.

Бына шулай итеп Ләйсән ҡыҙыбыҙ беҙҙең күңелдәрҙе күтәреп ял иттерә лә, мәҙәни сараны ойоштора ла белә. Беҙ, “Хәтирә”ләр, уға рәхмәт әйтеп, ғаилә бәхете, балаларының изгелеген күреп кенә йәшәүен, ҡыуанып эшләүен теләйбеҙ. Өмәлә әүҙем ҡатнашыусыларҙың барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ошондай эскелекһеҙ матур байрамдар йышыраҡ ойошторолһа ине.

Гөлсирә Вәлиева.

Ишбирҙе ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.