Баһа бирелде
Ошо көндәрҙә Рәсәй
Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Владимир
Путин Дәүләт Думаһында “Берҙәм Рәсәй”
партияһы фракцияһы етәкселеге менән
осрашты. Осрашыуҙа ул фракцияның һуңғы
дүрт йылдағы эшмәкәрлегенә баһа бирҙе.
Владимир Путин һүҙҙәре
буйынса, Дәүләт Думаһының әлеге составы
тарафынан мең ярымдан ашыу закон ҡабул
ителгән, уның өстән бер өлөшө ошо фракция
ағзалары тарафынан тәҡдим ителгән.
Әйткәндәй, закон проекттарының яҡынса
өстән бер өлөшө РФ Хөкүмәте һәм башҡа
фракциялар менән берлектә эшләнгән.
РФ Хөкүмәте рәйесе
билдәләүенсә, байтаҡ ҡына закондарға
төҙәтмәләр индерелгән. Улар граждандарҙың
хеҙмәт хоҡуҡтарын нығытыуға, хәүефһеҙлеген
тәьмин итеүгә талаптарҙы көсәйтеүгә
ҡағыла. Шулай уҡ дарыуҙар, мотлаҡ медицина
страховкаһы, уҡытыусылар, врачтар,
мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ
төҙөү тураһында закондар ҡабул ителде.
Осрашыуҙа В.Путин
артабан да төрлө программа һәм проекттарҙың
социаль йүнәлештә булыуы, бюджетты
дөрөҫ планлаштырыу, закондар сығарғанда
йәмәғәтселектең фекерен иҫәпкә алыу –
төп бурыс, тип билдәләне.
РФ Хөкүмәте рәйесе
сайтынан.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.