2 дек. 2011 г.

Бөтә донъя спид-ҡа ҡаршы көрәш көнө


Быуат фажиғәһенә әйләнгән сир

XX быуат афәте тип иғлан ителгән СПИД ауырыуы беҙҙең быуаттың фажиғәһенә әүерелде. Әле бер нисә йыл элек кенә белгестәр ВИЧ-инфекциялы кешеләрҙең һанын алтыға ҡабатлаһаң, ысынбарлыҡтағы сирлеләр һаны билдәләнә тигән фекерҙә ине. Бөгөн был ҡот осмалы һандарҙы унға ҡабатларға кәрәк.


Бер нисә йыл элек беҙҙең район-ҡалала ла ВИЧ-инфекциялы кешеләрҙең һаны тиҫтәгә лә тулмай ине. Бөгөн уларҙың һаны 56-ға барып еткән. Шуларҙың 20-һе ауыл ерендә, ҡалғандары ҡалала йәшәй. Шулай уҡ бер ВИЧ-инфекциялы бала ла бар. Иң оло сирле 1945 йылғы булһа, иң кесеһе, баланы иҫәпкә алмағанда, 1988 йылғы. Биш ғаиләлә ире лә, ҡатыны ла ВИЧ-инфекцияға дусар.


Инфекция бүлеге мөдире Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы Латыпова әйтеүенсә, тәүге ВИЧ-инфекциялы кешеләр наркоман егеттәр була. Бер нисә йыл эсендә ҡурҡыныс сирҙең таралыуы енси юлға әүерелгән. Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы: “Шуны билдәләп китергә кәрәк, ВИЧ-инфекцияға йышыраҡ урта йәштәге, яңғыҙ ҡатындар дусар була. Ә бит быға тиклем ВИЧ менән йышыраҡ йәштәр ауырый, тигән ҡараш йәшәй ине. Әлбиттә, хәҙер был быуат сиренә 56 кеше дусар булған, тиһәк тә, уларҙы вафат булғандар менән бергә иҫәпләгәндә, йөҙҙән артып китә. Шулай уҡ асыҡланмаған сирлеләр ҙә бар әле”, – тип борсолоуҙары менән уртаҡлашты.

Г.Ә. Латыпова ВИЧ-инфекцияны алдан билдәләгәндә, уны дауалауы ла еңел тине. Бындай ауырыуҙар өсөн бушлай дарыуҙар яҙыла икән. Табиптың һәр кәңәшен тыңлап һәм үтәп йәшәгән кешеләр ҡәҙимге тормош менән йәшәй, эшләй. Ваҡытында дауаланып барған ҡатындар сәләмәт бала ла таба. Мәҫәлән, бер ВИЧ-инфекциялы ҡатын ике сабыйға ғүмер биргән. Балаларҙың һау-сәләмәт булып донъяға килеүе ата-әсәне генә түгел, ә медицина хеҙмәткәрҙәрен дә ҡыуандыра.

Инфекция бүлеге хеҙмәткәрҙәре ВИЧ-инфекциялы кешеләр менән даими эш алып бара, әңгәмә ҡора, хатта уларҙың психологы ла, яҡын кешеһенә лә әүерелеп бөткән. Шуныһы әһәмиәтле, был сиргә дусар булған кешеләрҙең исем-шәрифен улар ете йоҙаҡ аҫтындағы сер итеп һаҡлай. ВИЧ-инфекциялылар тураһында бер кемгә лә мәғлүмәт бирелмәй.

“Иң ауыры – кешегә уның ВИЧ-ҡа дусар булыуы тураһында хәбәр итеү. Кемдер оҙаҡ өндәшмәй ултыра, кемдер, хатта ирҙәр ҙә, һығылып илай, бәғзе берәүҙәрҙе тынысландырыуы ҡыйын була”, – ти Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы.

Шул уҡ ваҡытта ВИЧ-инфекцияһы, СПИД тураһында бер ни ҙә белмәгән кешеләр ҙә осрап ҡуя икән. Был ауырыу тураһында бик күп яҙылһа, күрһәтелһә лә, кемдәрҙер бөтөнләй мәғлүмәтһеҙ ҡала.

ВИЧ-инфекцияға дусар булыуын кеше нисек белә ала һуң? Әлбиттә, тик ҡан анализын ғына тапшырып. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының 218-се кабинетында бындай анализды аноним рәүештә лә тапшырып була. Әлбиттә, һәр кемгә ВИЧ-инфекцияһына тикшерелеү үтергә кәрәктер, тип уйлайым.

Табиптар тән температураһының сәбәпһеҙ һәм йыш күтәрелеүен, инфекция сирҙәренә йыш дусар булыу, эс китеү, ябығыу, тәнгә сабыртамалар сығыуҙы ВИЧ-инфекцияның билдәһе булыуы ихтимал, тигән фекерҙә.

ВИЧ-инфекцияһын тикшергән, өйрәнгән, унан тулыһынса дауаланыу юлын эҙләгән ғалимдар “СПИД – ҡурҡыныс, әммә өмөтһөҙ сир түгел”, – тиҙәр. Шуға күрә һәр кемдең үҙе тураһында хәстәрлек күреп, сәләмәтлеген ҡайғыртыуы, ваҡытында медицина тикшереүҙәрен үтеүе уны быуат афәтенән ҡотҡарып ҡала ала.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.