2 декабрь – Халыҡ ижады
үҙәгендә 10.00 сәғәттә Халыҡ-ара инвалидтар
көнөнә һәм Баймаҡ инвалидтар ойошмаһына
15 йыл тулыуға арналған концерт, күргәҙмә.
Артабан беренсе төркөм инвалидтарҙың
йортона барыу көтөлә.
3 декабрҙә ҡаланың 3-сө
мәктәбендә 11.00 сәғәттә спорт саралары
һәм мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу ашы.
Инвалидтарға 50 процент
ташлама менән Юбилей урамы, 8а адресы
буйынса урынлашҡан бөҙрәханала сәс
ҡырҡтырырға, “Колор” салонында (Тыныслыҡ
урамы, 13) теле- һәм радиоаппаратура
йүнәттерергә, Көнкүреш йортонда
кейем-һалымға ваҡ ремонт, ҡала мунсаһында
(14.00 – 17.00 сәғәттә, 6 һәм 14 декабрь –
ҡатын-ҡыҙҙар, 7 һәм 15 декабрь ир-егеттәр
көнө) йыуынырға була. Декабрҙә өлкәндәр
һәм балалар өсөн Баймаҡ музейына
экскурсия ойоштороласаҡ.
“Ирәндек” кинотеатрында
декабрҙә һәр шәмбе бушлай фильм ҡарау,
ошонда уҡ 16, 17 декабрҙә 17.00 сәғәттә йәштәр
өсөн дискотека буласаҡ.
29 декабрҙә 11.00 сәғәттә
халыҡ ижады үҙәгендә инвалид балалар
өсөн Яңы йыл иртәлеге.
25-29 декабрҙә хеҙмәт һәм
халыҡты социаль яҡлау бүлегендә ауылдарҙа
йәшәгән инвалид балалар өсөн Яңы йыл
бүләктәре таратыласаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.