2 дек. 2011 г.

Әҙерлек эштәре нисек бара?


Ҡолһарина Г.Й., Ишей ауылы, 1046-сы һайлау участкаһы, агитация төркөмө етәксеһе:

– Дөйөм алғанда, әҙерлек яҡшы бара. Информаторҙар эшләй, саҡырыу ҡағыҙҙары таратылды. Һайлау участкаһы мәктәптә урынлашҡан, тейешенсә йыһазландырылған. Был һайлауҙарҙа мәғлүмәт күп, стенд бик бай. Беҙҙә бөтәһе 238 һайлаусы иҫәпләнә. Ҡырҙа уҡыған 18 студенттың 4-һе ҡайтып һайлаясаҡ. Тауыш биреү көнөндә 10 кешене өйөнә барып һайлатасаҡбыҙ. 7 кеше тәүге тапҡыр тауыш биреүҙә ҡатнашһа, 1919 йылғы Йәнбикә инәй Хәсәнова – иң оло һайлаусы.

4 декабрҙә ҡул эштәре күргәҙмә-йәрминкәһе, концерт, волейбол, шашка, шахмат буйынса спорт ярыштары ойоштороласаҡ. Урындағы балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һайлаусыларға үҙҙәре әҙерләгән тәм-том, сәй тәҡдим итәсәк.

Тимербулатова Г.М., Янғаҙы ауылы, 1077-се һайлау участкаһы, участка һайлау комиссияһы секретары:

– Әҙерлек кимәле һәйбәт. Беҙҙә 87 һайлаусы иҫәпләнә. 2 кеше өйҙә һайлаясаҡ, улар һайлау комиссияһы исеменә ғариза бирҙе. Иң оло һайлаусыбыҙ – Шәйәхмәтов Абдулхаҡ олатай. Тәүгә һайлаусылар юҡ, ғөмүмән, беҙҙең ауылда күберәк ололар йәшәй – 30 йәшкә тиклем 19 һайлаусы. Участка ике округтан тора. 2 информатор барыһына ла саҡырыу ҡағыҙы таратып сыҡты. Һайлау көнөндә сәй табыны әҙерләйәсәкбеҙ, шахмат, шашка буйынса ярыштар үткәреләсәк. Иң беренсе булып һайлауға килгән өс кешене бүләк көтә. Һайлауҙарҙы яҡшы үткәрербеҙ, тип ышанам.

Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.