2 дек. 2011 г.

Әҙәби кисәләр


Таш келәттең сере ниҙә?

Яҙыусы Гөлнара Мостафина менән осрашыу үтте


...Тимер юл вокзалы. Алтынсы класҡа күскән Ирек менән Арыҫлан Иректең һеңлеһе – ҡала ҡыҙы Ләләне ҡаршыларға килгән. Тик ваҡыт байтаҡ булыу сәбәпле, улар поезд аҫтынан йөрөп уйнап ҡыҙыҡ хәлдәргә, хатта шикле әҙәмдәргә лә тарып бөтәләр. Уйынға әүрәп, Ләләне ҡаршыларға ла онотоп ҡуялар. Иректең атаһы уларҙы орошоп алып ҡайтыуға, баҡһаң, Ләлә юл ыңғайына осраған машинаға ултырып, үҙе килеп тә еткән. Ләләнең ныҡышлығы менән дуҫтар оҫтахана вазифаһын үтәгән бик серле таш келәт менән таныша. Артабан уларҙы ни көтә? Ауылға ҡунаҡҡа ғына килгән Ләлә ниндәй тәьҫораттар менән ҡайтып китер? Таш келәттең сере ниҙә? Ошо хаҡта Гөлнара Мостафинаның “Таш келәттең сере” исемле повесында танышырға мөмкин. Повесть 1 ай элек кенә республикабыҙҙың Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән шул уҡ исемле китапҡа ла ингән.

Яңыраҡ район балалар китапханаһында “Һағыҙаҡ балы”, “Таш келәттең сере” китабының авторы – яҡташыбыҙ Гөлнара Мостафина 4-се мәктәп уҡыусылары менән осрашты. Гөлнара Дамир ҡыҙы – Билал ауылынан. Бер көн алда ғына Билал мәктәбендә лә уның менән йәнле осрашыу үткән, ауылдаштары яңы ғына мейестән сыҡҡан икмәктәй йылыҡай ғына китабын кемуҙарҙан ярышып алып та бөткәндәр.

Осрашыуҙа балалар китапханаһы китапханасыһы Гөләйшә Рафиҡова авторҙың, әҙәби ижадтан тыш, “Шоңҡар” журналында яуаплы секретарь булып эшләүен, әүҙем яҙышыуын, бигерәк тә “Самауырҙы йыҡҡансы” рубрикаһы аҫтындағы әңгәмәләренең тормошсан, ҡыҙыҡлы булыуын билдәләне. Уҡыусылар уның “Һағыҙаҡ балы” китабын ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡығандар һәм, мөмкинлектән файҙаланып, авторға ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр.

Осрашыуҙан һуң балалар Гөлнара Мостафина менән иҫтәлеккә фотоға төштө, автограф алды. Мин дә үҙ сиратымда уға ҡыҙыҡһындырған һорауҙарым менән мөрәжәғәт иттем.

– Гөлнара апай, балалар өсөн яҙыуы ҡыйыныраҡ, тигәнде ишеткәнем бар. Һеҙҙең өсөн нисек?

– Шулай тип әйтәләр шул, әммә миңә, киреһенсә, еңелерәк. Ошо матур донъяға инеп китәһең дә, шунда йәшәп тик ятаһың.

– Әҫәрҙәрегеҙҙәге геройҙарығыҙҙың прототиптары бармы?

– Повестың, “Нисек аҡыллы булырға?” хикәйәһенең генә прототиптары юҡ, ҡалғандарыныҡы бар.

– Ҡасандан яҙыша башланығыҙ?

– Билал мәктәбендә ижад альбомы бар. Кисә осрашыуҙа минең 7-се класта үҙ ҡулым менән яҙған “Иҫке дуҫ” исемле хикәйәмде уҡып ишеттерҙеләр. Мин мәктәптә үк әлеге кеүек кимәлдә яҙғанмын икән. БДУ-ны тамамлағандан һуң 10 ай тирәһе балалар баҡсаһында эшләп алғайным, шул ваҡытта ныҡлап яҙыша башланым. Балалар араһында эшләүем дә этәргәндер инде.

– Киләсәккә ижади пландарығыҙ нисек? Балалар өсөн тағы ниҙәр ижад итмәксеһегеҙ?

– Тәүҙә балаларҙың ижадыма ҡарашын белгем килә. Әгәр ҙә оҡшаһа, артабан да яҙасаҡмын. Әле өлкәндәр өсөн яҙылғандарҙы йыйынтыҡ итеп сығарырға теләйем. “Ҡаяға һыйынған ҡайын” повесын айырым китап итеп баҫтырырға ине. Әле бер әйбер яҙа башланым. Фэнтэзи жанрында. Ҡыҙыҡ ҡына булмаҡсы.

– Һеҙҙең илһам ҡанаттарығыҙ талмаһын, ижад шишмәләрегеҙ һайыҡмаһын. Мауыҡтырғыс әҫәрҙәрегеҙ менән балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә берҙәй ҡыуандырып тороғоҙ!

– Рәхмәт!

Айгөл Иҙелбаева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.